Тиҙҙән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр иҫәпләү ҡорамалдары күрһәткестәрен яҙыуҙан азат ителә

Тиҙҙән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр иҫәпләү ҡорамалдары күрһәткестәрен яҙыуҙан азат ителә 20.04.2017

Росстандарт был бурысты идарасы компанияларға йөкмәтергә тигән тәҡдим менән сығыш яһай.

Ә әлегә фатир хужалары коммуналь сығымдарҙы иҫәпләүсе приборҙарҙы үҙҙәре күҙәтергә мәжбүр. Йыш ҡына был шарт менән мутлашыусылар ҙа оҫта файҙалана. Һәм йортта йәшәүселәрҙе  төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән аралауҙы вәғәҙәләп, уларҙың аҡсаһын тартып сығарырға тырыша.
Күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе Адель Сәйфуллина әйтеүенсә, төҙөүселәр яйлап  классик иҫәпләү ҡорамалдарынан  «аҡыллы» технологияларға күсә. Төҙөлөш федерацияһының Баҡалы урамындағы йорттары һәм Ленин урамындағы «Эрмитаж» торлаҡ комплексында счетчиктар күрһәткестәрен автоматик иҫәпләү системаһы ойошторолған да инде. Һис һүҙһеҙ, әлеге ваҡытта өфөләр ошондай заманса уңайлыҡтары булған йорттарҙан фатир алырға  тырыша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку