Тиҙҙән Дәүләкән ҡалаһында яңы балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк

Тиҙҙән Дәүләкән ҡалаһында яңы балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк 02.10.2017

260 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә учреждение бер йыл эсендә һалынған. Бина заманса талаптарға яуап бирә. Ҡалала әле алты йөҙҙән ашыу  өс йәшкә тиклемге сабый мәктәпкәсә учреждениеға урын көтә.  «Ҡарлуғас» Дәүләкәндә һуңғы утыҙ йылда төҙөлгән тәүге балалар баҡсаһы.

Яңы балалар майҙансығында Алена тәүге ҡунаҡ. Был таусыҡтар һәм бәүелсәктәрҙә  әле бер  бала ла уйнап ҡарамаған. Сабыйға  йәш тә алты ай тулыуға әсәһе эшкә сығырға ниәтләгән.  Әгәр Дәүләкәндә яңы балалар баҡсаһы асылмаһа, был мөмкин дә булмаҫ ине. Бәхеткә күрә, тиҙҙән ҡаланың төньяҡ өлөшөндә мәктәпкәсә учреждение сафҡа инәсәк.
Андрей Никитин: «Балалар баҡсаһына  ҡаланың икенсе яғына йөрөтөргә тура килде.Ул алты саҡырым алыҫлыҡта.  Эш тығыҙ саҡта  ваҡытында  барып алып та булмай ине. Яңыһы  яҡында ғына, бик  уңайлы».
Ҡаланың 12-се «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы 260 урынға иҫәпләнгән. Әле кескәйҙәрҙең  күбеһе башҡа мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөй. Сират мәсьәләһе киҫкен тормаһа ла, был йәһәттән проблемалар һиҙелерлек, урын етмәгәнлектән,  иҫке биналарға төкәтмә төҙөп тә ҡарағандар. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 140 миллион һум ярҙамында яңы объект бер йыл эсендә һалынып бөткән.
Объект  бар заманса талаптапға яуап бирә. Беренсе ҡаттағы уйын бүлмәләрендә  йылы иҙән түшәлгән. Ғөмүмән, кескәйҙәр өшөмәһен өсөн, бар  алдынғы технологиялар ҡулланылған. Мәҫәлән, ҡыш урамда һауа температураһы утыҙ градустан түбән төшкәндә, йә башҡа сәбәптән бүлмәләр һыуынһа, бинаны өҫтәмә йылытыу системаһы автомат рәүештә тоҡанасаҡ.
Уучреждениела алтмыш кешегә хеҙмәт урыны  буласаҡ. Йәркәевтар ғаиләһе лә балалар баҡсаһы асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.Уларҙың мәктәпкәсә йәштә ике балаһы бар. Нурсилә Ҡарлуғасҡа тәрбиәсе булып эшкә килә.
Баҡсаның аш әҙерләү бүлмәләре заманса техника менән йыһазландырылған, цехтар айырым - бөтәһе лә федераль стандарттар буйынса ҡоролған.
Әле бинаның эсен   биҙәкләү эштәре тамамланыу алдында. Балалар баҡсаһы  быйыл октябрь айында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку