Тиҙҙән Бөрйәндә Ағиҙел йылғаһы аша ике заманса күпер буласаҡ

Тиҙҙән Бөрйәндә Ағиҙел йылғаһы аша ике заманса күпер буласаҡ 30.08.2016

Әлегә Нәби ауылында яңы ҡоролма төҙөлөшө дәррәү бара, киләһе йыл Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарында ла эш йәнләнәсәк. Был объекттарҙың проект-смета документацияһы тулыһынса әҙерләнгән.

Кәрим Һатыбалов был аҫылмалы күпер төҙөлөшөн әлегеләй хәтерләй. 70-се йылдарҙа Нәби халҡы дөйөм көс менән уны күтәртеүҙә ҡатнаша. Уға тиклем ауылдың икенсе яғына эләгер өсөн Ағиҙел йылғаһы аша кисеп, йә кәмәлә йөҙөп сығырға тура килгән. Шуға ла уҙаман был ҡоролманы «алтын»ға тиңләй. Ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтарҙы ла теш ҡыҫып түҙергә риза. Ни тиһәң дә, күпер йәйәүлеләр өсөн генә ҡулайлаштырылған. Техника менән үтермен тимә.
Ауыл халҡы бәхетенә урында яңы күпер төҙөлөшө лә дәррәү бара. Ҡоролманың проект-смета документацияһы 2012 йылда уҡ әҙерләнә, әлегә яр буйҙарын нығытыу, свай ҡағыу кеүек эштәр тамамланған.
Нәби ауылында ҡолас йәйгән төҙөлөштә эшсе ҡулдар ҙа етерлек. Ҡышҡылыҡҡа асфальт-бетон ҡатламлы күпер файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Тиҙҙән Яңы Монасип ауылында ла ошондай уҡ күпер төҙөлөшө башланасаҡ. 228 метр оҙонлоҡтағы ҡоролма аша күрше ауылға сығып буласаҡ. Иҫке Монасип халҡы ла был көндө түҙемһеҙләнеп көтә.
Әлегә автоһәүәҫкәрҙәр ҡурҡыуын онотоп, аҫылмалы ағас күпер аша «тимер аты»нда йөрөй. Йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән ҡоролманы урындағы халыҡ техника үтә алырлыҡ итеп үҙҙәре  ҡулайлаштырған. Тик автомобилдәр генә был юлды ҡышҡыһын үҙ итмәй.
Ике ауылды берләштереүсе аҫылмалы күпер аша «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте, Янғын һүндереүселәр ҙә үтә алмай. Шуға яңы объект төҙөлөшөн урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә. Киләһе йыл изге башланғыс тормошҡа ашырыла башлар тип күҙаллана.



Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика