Тегеүсеһе генә булһын, эш табылыр

Тегеүсеһе генә булһын, эш табылыр 07.08.2017

Ғафури районының Красноусольск ҡасабаһында ҡатын-ҡыҙҙар кейемен тегеү буйынса тәүге цех асылды.

Предприятиеға килгән хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре тегеү машинаһы артына беренсегә ултырған. Шуға ла бер-нисә аҙна дауамында улар әҙерлек курстары үткән. Уҡыу аҙағында хеҙмәткәрҙәр имтихандар тапшырасаҡ.
Әлеге ваҡытта тегеү цехында унлап хеҙмәткәр эшләй. Әммә тағы ла туҡһан кешене эшкә урынлашыу ҡаралған. Эшҡыуарҙар үҙҙәренең шәхси кибетен асҡан да, тимәк әҙер тауарҙы һатырға урын бар. Район хакимиәтендә лә эшҡыуарҙарҙың инициативаһын күтәреп алғандар. Сөнки төбәктә башлыса ауыл хужалығына иғтибар бирелә, ә производство яйыраҡ үҫешә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку