Ташауылға - яңы юл

Ташауылға - яңы юл 16.12.2016

Салауат районының Ташауыл ауылына илткән яңы юл файҙаланыуға тапшырылды. Ул «2014-2017 йылдарҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль программаһы сиктәрендә сафҡа индерелгән. Эш барышында Йүрүҙән йылғаһы ярҙары нығытылған, ике километр ярымдан ашыу араға ҡырсынташ һалынған.

Һикһән биш йәшен тултырған Урал Рәхмәтуллин ҡырсынташ түшәлгән юлдан атлауы еңел, йүгереп йөрөрлөк тип, шатлығын йәшермәй. Сөнки өс ай элек кенә был юлдан йәйәү ҙә, транспорт менән йөрөү ҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Ауылға илткән берҙән-бер юл яҙлы-көҙлө батҡаҡҡа әйләнер, ҡышҡы бурандарҙа  көрткә күмелер булған.
Бал ваҡиғаны оҙаҡ йылдар көткән ауыл халҡы, утыҙ градус һыуыҡҡа ҡарамай, юл асыу тантанаһына йыйылды. Һәр кем үҙенең шатлығын белдерергә ашыҡты.
Ысынлап та, яңы юл ауыл тормошон бермә-бер йәнләндергән. Хәҙер бында еңел машиналар ҙа, автобустар ҙа тиҙ гекә килеп етә. Маҡсатлы программаға ярашлы, яңы юл төҙөүгә егерме һигеҙ миллион һум  аҡса йүнәлтелгән.
Рим Ғиләжетдинов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Республика райондары федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша. 2016 йылда республика буйынса һигеҙ ауылда ошондай юл һалынды. Киләһе йылға ун дүрт ғариза ҡабул ителде».
Район хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Ташауылдың киләсәге өмөтлө. Һуңғы йылдарҙа төбәктә тыуған ерҙә төпләнеп, эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл ғаиләләр арта. Хозур тәбиғәтле ауыл туристарҙы ла йәлеп итә.
Салауат районында ауыл кешеләренең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән дәүләт  программалары әүҙем тормошҡа ашырыла. Киләһе йыл Кропачев - Мәсәғүт - Әшит автомобиль юлының 29 саҡрым арауығын төҙөкләндереү күҙаллана. Был хоҡуҡты тендер аша Салауат юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы яулаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку