Тандыр мейесендә бешерелгән ләүәштәр

Тандыр мейесендә бешерелгән ләүәштәр 25.11.2016

Азия халҡының милли ризығы менән ситкә сыҡмай ҙа һыйланып була.Ҡыйғы эшҡыуары икмәк бешереү цехында алты төр продукция әҙерләй. Төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә республика бюджетынан һәм район ҡаҙнаһынан финанс ярҙам күрһәтелә һәм барлыҡ шарттар ҙа булдырыла.

Күңел һалып бешергәндә икмәк тәмлерәк  килеп сыға. Ямалетдин Шәмсетдинов ҡамыр әҙерләй. Ләүәш өсөн ингредиенттар күп кәрәкмәй, әммә уны әҙерләүҙә төп талаптарҙың береһе-  шартына килтереү.
Тандырҙы икмәк цехы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре һалған. Ауып ятҡан көршәк формаһындағы мейескә ҡырҡ ләүәш һыя.  Абдулла Үзбәкстандан килгән. Уларҙағы милли аҙыҡты бешереүҙең бар серҙәрен белә. Мейестең стенаһына ләүәште дөрөҫ йәбештермәгәндә көйөп китеүе бар, ти.    
Цехта алты төр продукция  әҙерләнә. Эш  бер минутҡа ла туҡтамай. Ике сменала тәүлегенә ике мең дана икмәк бешерелә. Хаҡтары ла ҡиммәт түгел.
Икмәк бешереү цехы 2010 йылда асылған. Башҡортостанға Ҡабарҙы-Балҡар республикаһынан килгән ханым эште тәүҙә бәләкәй генә тандыр мейесендә милли икмәк бешереүҙән башлаған. Стартап проекты буйынса бүленгән 100 мең һум аҡсаға электр мейестәре һатып алынған. Өс йыл элек яңы бинаға күскәндәр.            
Люся Калибатова, шәхси эшҡыуар: «Ҡыйғы районы хакимиәте беҙгә цех һалыу  өсөн ер бүлеп бирҙе. Эргә лә үк магазин да астыҡ. Стартап программаһы буйынса финанс ярҙам күрһәтелде. Тәүҙә ҡатмарлы булһа ла, дәүләт ярҙамы булғас, эште яйға һалырға мөмкин.  Йәштәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ҡурҡмаһын,  тырышҡанда бөтәһен дә булдырып була».
Продукция  һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙалана. Ҡабарып бешкән икмәктәр Ҡыйғылағы кибеттәргә һәм  күрше Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле райондарына, Златоуст өлкәһенә  оҙатыла. Шәхси эшҡыуар ҙур магазиндар  селтәре менән дә килешеү төҙөүгә ирешкән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку