Тамаҡ ялғап, кемде байытырбыҙ?! 24.11.2015

Яңы йыл алдынан ғәҙәттәгесә сауҙагәрҙәр аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы саманан тыш күтәреп, килем алырға ашыға. «Бигерәк тә байрам өҫтәленә ҡуйыласаҡ емеш-еләк,  йәшелсә, ит, балыҡ продукцияһы өсөн артығыраҡ түләргә тура киләсәк», - ти иҡтисадсылар. Уларға хаҡтар 30 процентҡа тиклем артыуы ихтимал. Шулай ҙа декабрь айы ҡулланыусыларға нимә вәғәҙәләй?!

Емеш-еләккә хаҡтар йыл башында ҡапыл күтәрелгәйне. Был, тәү сиратта, уларҙың башлыса сит илдән килтерелеүенә, миҙгелдәр алмашыуына бәйле ине. Виноград ҡына ла март айына ҡарай илле процентҡа тиклем артты. Шул уҡ ваҡытта Яңы йыл байрамының да тәьҫире көслө булғандыр, моғайын. Әле лә сауҙагәрҙәр ике-өс аҙнанан һуң  цитрус емештәргә хаҡтарҙың 20-25 процентҡа артасағын йәшермәй. Шул уҡ ваҡытта ҡышын һыйыр, йылҡы ите үтемле, улар ҙа өҫтәл түренә ҡуйыла. Бөгөн яҡынса 300-350 һум торған ризыҡ та тиҙҙән кеҫәгә һуғасаҡ, күрәһең.
Рәсимә Ситдиҡова һөт продукцияһы менән һатыу итә. «Тиҙ боҙола торған ризыҡтарға байрам алдынан хаҡтарҙы арттырыу килемде барыбер күбәйтмәйәсәк,»- тигән ҡарашта ул.
Яңы йыл ғаилә бюджетына иң ҡиммәткә төшөүсе байрамдарҙан һанала. Баҡсаһы булмаған ҡала кешеһенә икеләтә ауырға тура килә.
Шулай ҙа һәр нәмәне алдан ҡайғыртыусылар Яңы йылға тиклем бер айҙан ашыу ваҡыт ҡалһа ла, консерва запастарын тулыландыра башлаған. Быға уҙған йылдар тәжрибәһе лә йоғонто яһай, күрәһең.
Байрам көндәрендә сифатһыҙ аҙыҡ-түлектән ағыуланыу осраҡтары ла арта. «Арзаныраҡ, отам!»,-тип, хатта, дауаханаға ла эләгергә мөмкин. Шуға, һатып алғанда ризыҡтың сығарыу һәм ҡулланыу ваҡытын да ҡарарға кәрәк.
Ағыуланыу, тәү сиратта, алкоголле эсемлектәргә бәйле юулһа, хаҡтарҙың күтәрелеүенә инфляция сәбәпсе.  
Белгестәр фекеренсә, етештереүселәр һәм һатыусылар аҙыҡ-түлек тауарҙарын кеҫә ҡалынайтыу өсөн түгел, ә  баҙар шарттарын яйға һалыу өсөн ҡиммәтләндерә. Яңы йыл төнөн иһә өйҙә түгел, ресторан-кафеларҙа үткәрергә теләүселәр ҙә бар. Ҡунаҡ индустрияһы вәкилдәре әйтеүенсә, быйыл байрам өҫтәлдәрен бронләү  бигүк әүҙем бармай, күрәһең иҡтисади көрсөк бында ла сағыла. Бер чек уртаса 4-5 мең һумға төшә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика