Төркиәлә етештерелгән ҡош ите Башҡортостан баҙарында бөтөнләй юҡ тиерлек 04.12.2015

Республикала ғәмәлгә ашырылған  программа ярҙамында бөгөн төбәк үҙ ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Был турала йыл йомғаҡтарына арналған видеоселектор кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдерҙе. Бер үк ваҡытта  йәшелсә һәм емеш-еләк араһында төрөк продукцияһын тап итергә мөмкин. Әммә һатып алыусының бөгөн сифатһыҙ тауарға арзан булғаны өсөн генә өҫтөнлөк биреүе күҙәтелә. Шулай уҡ тармаҡ алдында киләсәккә етди бурыстар ҙа ҡуйылған.  

Баймаҡ районының  Күлтабан ауылында асылған мегафермаға сентябрҙә Саҡмағош менән Дүртөйлөнән тоҡомло һыйырҙар ҡайтарылған. Уларҙан әле көнөнә дүрт тоннанан ашыу һөт һауыла. Был төбәктәге иң ҙур күрһәткес. Мегафермала  шулай уҡ махсус аппараттарҙың һәм айырым залдың  булыуы һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйтергә ярҙам иткән. Киләсәктә тағы ла  һөт һауыу залын асыу күҙ уңында тотола.
Дөйөм алғанда, республика хужалыҡтары быйыл һөт һауыу күләмен арттырыуға өлгәшкән. Әммә был сик түгел, сөнки күрһәткесте тағы ла яҡшыртыу өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Тәү сиратта, быйыл йәй мал башына 28,3 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Бынан тыш, республикала ғәмәлгә ашырылған «500 ферма» программаһында 169 хужалыҡ ҡатнашып, 300-ҙән ашыу объектта заманса төҙөкләндеү эштәре алып барылған.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республика хужалыҡтарына машина-технология станциялары менән Яңы йылға тиклем иҫәпләшергә ҡушылды. Әле бурыс 100 миллион һум самаһы. Бынан тыш, башлыса, урындағы етәкселәрҙең ғәйебе менән ауыл кешеләре түбән хеҙмәт хаҡына эшләргә мәжбүр. Ә  Йәрмәкәй, Белорет һәм Туймазы райондарында аҡсалар ваҡытында түләнмәй.  Шуның өсөн бындай предприятие етәкселәренә ҡарата етди саралар күреләсәк.
Ҡыр эштәренең тамамланыуы, малдарҙың ҡуралдарға инеүе ауыл кешеһенә тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Сөнки ҡышлатыу миҙгеле менән бер рәттән, яҙғы-баҫыу эштәренә әҙерлекте бөгөндән үк башлау мөһим. Видеоселектор кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, бының өсөн төбәктәргә эҙмә-эҙлекле эш алып барыу талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика