Тәрбиәгә бала алған өсөн бирелә торған 453 мең һум аҡсаны хәҙер төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин

Тәрбиәгә бала алған өсөн бирелә торған 453 мең һум аҡсаны хәҙер төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин 30.01.2018

Был яңылыҡ  бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Президиум ултырышында белдерелде. Сарала шулай уҡ ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 2018 йылда донъяға килгән сабый өсөн социаль түләүҙе биреү тәртибе  лә тикшерелде.

Түләшевтарҙың ишле ғаиләһе өсөн яңы йыл  яҡшы яңылыҡ менән башлана. 3 ғинуарҙа уларҙың  улдары донъяға килә. Кескәй Алмаз ғаиләлә дүртенсе бала.  Дәүләт ярҙамының яңы төрөнә ярашлы,Түләшевтар хәҙер  8 мең 993 һум күләмендәге социаль түләүгә дәғүә итә ала. Аҡса өс йәшкә тиклем түләнә.    Эльза Түләшева әйтеүенсә, ишле ғаиләләр өсөн был сумма ҙур ярҙам. Ер бар, киләсәктә өй һалыу хаҡында ла уйларға мөмкин.
Социаль түләүҙең ошо төрө  өсөн быйыл   576 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү ҡаралған, финанслау Рәсәй һәм Республика ҡаҙанаһынан бүленә. Сөнки Башҡортостан Рәсәй Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, уртаҡ финанслау ғәмәлгә ашырылған төбәктәр исемлегенә эләккән. Программаға бала табыу йәшендәге  ҡатын-ҡыҙҙарға  икәүҙән аҙыраҡ бала тура килгән субьекттар индерелә. Был аҡсаға быйыл өсөнсө йәки унан һуңғы сабыйҙары донъяға килгән ғаиләләлр дәғүә итә ала. Ата-әсәнең килеме тураһында ла мәғлүмәт кәрәк.
Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Был аҡса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән.  Йән башына бүленгән килем әлеге ваҡытта билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Бөгөн  бер бала өсөн был сумма  8 мең 483 һум күләмендә ҡуйылған».
Президиум ултырышында билдәләнеүенсә,  әле  ғаризалар ҡабул ителә башлаған.  Документтарҙы социаль яҡлау бүлектәренә, күп функциялы үҙәктәргә тапшырырға мөмкин. Белгестәр артыҡ оҙаҡламаҫҡа кәңәш итә,  документтарҙы ҡарау өсөн ваҡыт та кәрәк. Унан һуң, алты айҙан аҡсаның тәүге өлөшө юғалыуы бар.
Ултырышта тәрбәигә бала алған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү тәртибе хаҡында ла һүҙ барҙы. Был туралағы ҡарар 7 йыл элек үк ҡабул ителгән, әммә өҫтәмәләр тәүгә индерелә. Элек ошо аҡсаға ҡатын менән ире араһында торлаҡ һатып алыу килешеүе төҙөргө мөмкин ине. Хәҙер  тыйыла.  Опекундарҙың  ғәйебе буйынса бала вафат булған йәки суд ҡарары нигеҙендә кире ҡайтарылғанда аҡса ла бюджетҡа күсерелергә тейеш.
Тәрбиәгә алынған бала өсөн бирелә торған 453 мең һум аҡсаны файҙаланыу буйынса ла үҙгәрештәр индерелә. Хәҙер уны төҙөлөштә өлөшләт ҡатнашыу өсөн  тотонорға мөмкин. Әлбиттә  яңы пункт президиум ултырышында ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙырҙы. Сөнки был ысулды ҡулланғанда  алданып бөтөнләй торлаҡһыҙ ҡалырға ла мөмкин. Әммә прокуратура вәкилдәре әйтеүенсә, хәүефләнергә урын юҡ, төҙөлөш компанияларына ҡарата закондар ҡәтғиләшә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку