Төп маҡсат - бензин сифатын күтәреү һәм уны етештереү ҡеүәтен арттырыу

Төп маҡсат - бензин сифатын күтәреү һәм уны етештереү ҡеүәтен арттырыу 31.07.2017

«Газпром нефтехим Салауат» компанияһында каталитик крекинг комплексы төҙөлөшө дауам итә. Предприятие өсөн мөһим объектты күтәреүгә ике йөҙҙән ашыу эшсе йәлеп ителгән. Проект планына ярашлы, яңы комплекс сәғәтенә 125 тонна сеймал етештереү ҡеүәтенә эйә

Был гигант ҡоролма - вакуумлы газойлды эшкәртеү буйынса ҡоролған яңы комплекстың йөрәге тиергә мөмкин. Каталитик крекинг процессы сеймалдан бензин һәм шыйыҡландырылған углеводород газын алыуға булышлыҡ итә. Уҙған йыл "Газпром нефтехим Салауат" предприятиеһының төҙөлөш майҙансығында был реактор-регенератор блогын тәғәйенләнгән урынға ҡуйыр өсөн 1350 тонна йөк күтәрә алған махсус техника - крандар ҡулланыла.  Күләмле эшкә өс сәғәт ваҡыт талап ителә.
2011 йылда предприятие биләмәһендә башланған төҙөлөш эштәре бөгөн дә әүҙем алып барыла. Әлегә төп технологик ҡоролмаларҙың 95 процентын монтажлау тамамланған. Нефть эшкәртеү заводын камиллаштырыу- йылына 1 миллион тонна вакуумлы газойлды эшкәртеүгә мөмкинлек бирәсәк. Яңы комплекс - алдағы ике йылда файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.
Антон Харитонов, каталитик крекинг проекты кураторы: «Был күләмле проектты тормошҡа ашырыу идеяһы - 14 йыл элек үк барлыҡҡа килгәйне. Ни тиһәң дә, яңы технологиялар буйынса заманса ҡорамалдарҙа эшләгәндә, килем күләме, сеймалды эшкәртеү тәрәнлеге артасаҡ, иң мөһиме - сифатлы тауар бензины алынасаҡ. 150 яңы эш урыны булыр тип көтөлә».
Майҙансыҡта монтажлау эштәре ял көндәрендә лә дауам итә.  Егерме йылдан ашыу төҙөлөш өлкәһендә эшләгән Мәғәфүр Әлимбаев бында башлыса  баҫҡыстар ҡороу менән шөғөлләнә. Уҙаман әйтеүенсә, эш процессына яуым-төшөм дә, селлә лә  ҡамасауламай.  
Комплекс төҙөлөшө яғыулыҡҡа артҡан яңы талаптарға яраҡлашырға, был өлкәлә конкурентлыҡты күтәреүгә йүнәлтелгән. Бензиндың октан һаны 92-гә етәсәк.  
Предприятиела бөгөн дә каталитик крекинг технологияһы ҡулланыла. Алтмышынсы йылдарҙа төҙөлгән был ике ҡоролма сәғәтенә 40 тонна сеймал етештерә. Яңы объектта иһә был күрһәткес өс тапҡырға күберәк буласаҡ.
Комплекс файҙаланыуға тапшырылғандан һуң, иҫке ҡулайламаларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡаралған. Завод йәлеп ителгән 17  миллиард һумлыҡ инвестициялар ярҙамында бензин сифатын ғына түгел, экология ҡағылышлы киҫкен мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итәсәк.
Александр Максимов, цех етәксеһе: «Бында экологик хәл дә яҡшырасаҡ. Торбаларға махсус электр фильтр ҡуйыласасаҡ. Атмосфераға шартлы рәүештә таҙа һауа сығарыласаҡ. Катализатор туҙаны минималь кимәлгә тиклем төшәсәк».
Эшмәкәрлектә яңы технологияларҙың ҡулланылыуы, яңы катализаторҙарҙың ҡуйылыуы - тауар сифатын күтәреп кенә ҡалмай, уның күләмен дә арттырасаҡ. Йәлеп ителгән инвестициялар үҙен өсләтә аҡлар тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку