Төпһөҙ кеҫә - ОДН

Төпһөҙ кеҫә - ОДН 22.01.2017

Ике мең ун өсөнсө йылда  дөйөм йорт  ихтяждары өсөн түләүҙәр барлыҡҡа килгәс торлаҡ хеҙмәтләндереүсе идаралыҡтар рәхәт тын алып ҡалды. Тәүлек әйләнеһенә янып торған каридорҙағы электр лампалары, подвалдағы тишек торбаларҙан ағып ятҡан һыу, асыҡ тәҙрәләрҙән тышҡа бөркөп торған йылы өсөн киткән сығымдарҙы йөкмәтерлек сәбәп булды бит. Үҙ бурыстарын фатир хужаларына япһаралар ҙа- ОДН, төпһөҙ кеҫәләренә халыҡ аҡсаһын һалалар ҙа - ОДН тиҙәр. Анһат бит?

Бынан ары улай булырға тейеш түгел. Һәр хәлдә ил етәкселеге шулай вәғәҙә итә. Торлаҡ -коммуналь хеҙмәте эшенә үҙгәрештәр индерелде быйыл. Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәр айырым киләсәк һәм уны фатир хужалары үҙҙәре билдәләй. Ә идарасы компаниялар был үҙгәрештән тик яҡшы ғына эшләй башларға мәжбүр буласаҡ. Сөнки яңы закон уларға сыбыртҡы кеүек тәьҫир итәсәк, ти белгестәр. Ни тиклем әсе әрнер, сыбыҡ тейгән урын?
Инсаф Фәттәхов күп фатирлы йортта 70-cе йылдан алып йәшәй. Ул коммуналь түләүҙәр өсөн ваҡытында иҫәпләшә. Тик бына былтыр октябрҙә килгән квитанциялағы хаҡ Инсаф Мирвай улын  аптырашта ҡалдырған. Идарасы компания фатир хужаларынан дүрт йыл элек тотонған һыу өсөн хаҡ түләүҙе талап итә.
Мәсьәлә әлеге лә баяғы дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүҙәргә барып тоташа.  Идарасы компаниялар, квитанцияларға ОДН тигән яҙыу индерелеү менән был графаға үҙ бурыстарын да өҫтәй башланы. Өйҙәрендә махсус иҫәпләү приборҙары ҡуйғандар айына үҙҙәренең күпме тотонғанын белә, шуға ла улар квитанцияла килгән артыҡ хаҡтың нимә өсөн килгәнен белергә теләүе тәбиғи. Баш ҡаланың Киров районы хакимиәте лә, квитанциялағы сумма менән риза булмаусыларға, ул ОДН өсөн түләүҙәр, тип аңлатты.
Айгөл Куликова, Өфөнөң Киров районы хакимиәтенең торлаҡ хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Идарасы ойошманың иғтибарһыҙлығы. Ҡануниәттең боҙолоуын кисектереү маҡсатында Берҙәм иҫәп-касса үҙәге муниципаль унитар предприятиеһына иҫәпте кире ҡайтарыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. 2012 йылда идарасы компания һыуға хаҡты өйҙәге иҫәпләү ҡоролмалары мәғлүмәте буйынса ғына билдәләгән, ә дөйөм йорт ихтыяждары өсөн сығымдар күҙ уңынан ысҡынған».
Бынан ары, ОДН өсөн түләүҙәр норматив буйынса иҫәпләнәсәк, тимәк, идарасы компанияға ҡайҙандыр артыҡ һандар яҙып, өҫтәп ҡуйыу мөмкин булмаясаҡ. Был яңы закондың  төп ҡаҙанышы, тип билдәләй белгестәр. Ә норманан юғарыраҡ юғалтыуҙар фатир хужаларына түгел, ә идарасы компанияға йөкмәтелә.
Илдар Шафиҡов, Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Был алым халыҡҡа асыҡлыҡты тәьмин итә.Милекселәрҙең береһе лә түләүҙән баш тартмай. Әммә уларға аҡсаларының ҡайҙа киткәнен күрһәтеп барырға кәрәк. Яңы закон шул маҡсатта эшләнелә лә инде. Сөнки  2016 йылда торлаҡ хоҡуҡтары боҙолоу  осрағы буйынса 20 меңдән ашыу кеше ялыу менән мөрәжәғәт иткән. Улар башлыса идарасы компанияға, 65 проценты коммуналь түләүҙәргә ҡағыла».
Һәр бер йортҡа идарасы компания норматив билдәләй. Фатир хужалары уларҙың йорт буйынса дөрөҫ иҫәпләнеүен контролдә тота ала. Торлаҡ милекселәре ширҡәте хеҙмәткәрҙәренә лә эш арта, сөнки күп ҡатлы йорт фатирҙарының бөтәһендә лә иҫәпләү ҡоролмалары юҡ. Ә бынан тигеҙһеҙлек барлыҡҡа килә, һөҙөмтәлә идарасы компания ғына түгел, күршеләрҙә лә ризаһыҙлыҡ тыуа, сөнки уларҙың үҙҙәренең кеҫәһенән аҡса сығарырға тура киләсәк.
Илдус Ҡолһарин, «Дим» торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесе, йәмәғәт эшмәкәре: «Үлсәү приборҙары булмаған фатир хужаларына ҡарата коэфициент 1,4 тип ҡулланылған булһа, 2017 йылдың башынан был коэфициент 1,5 буласаҡ. Тағы ла бер үҙгәреш, был торлаҡ хужалығын хеҙмәтләндереүселәргә ярҙам тип әйтер инем. Улар 3 ай һайын үлсәү приборҙарының күрһәткестәрен тикшереү,үткән норматив документта ул 6 ай аша ине».
Яңы ҡарар буйынса, күрһәткестәрҙе дөрөҫ яҙмаған һәм магнит ҡуйған фатир хужалары асыҡланһа, улар бер айға түләүҙе 10 тапҡыр арттырып түләргә тейеш буласаҡ, ти белгестәр. Шулай уҡ ресурстарҙы ҡулланып та коммуналь хеҙмәттәр түләмәгән фатир хужаларына хеҙмәтләндереүҙе туҡтатыу тураһында смс-хәбәрҙәр ебәреләсәк.
Был үҙгәрештәр торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән фатир хужалары араһындағы эште әүҙемләштерер, тип көтөлә. Хәҙер коммуналь хеҙмәттәр бурыс барлыҡҡа килмәһен өсөн үҙҙәре үк электр утының, һыуҙың, йылылыҡтың  бушҡа сарыф ителмәүен хәстәрләйәсәк.
Торлаҡ ҡануниәтенә ингән яңы үҙгәрештәргә ярашлы, быйылдан фатир хужалары аласаҡ квитанцияларҙа ОДН тигән графа булмаясаҡ. Ләкин был түләүҙәрҙең юҡҡа сығыуын аңлатмай. Сөнки  дөйөм йорт ихтыяждары «Содержание» тигән графа эсенә индерелә. Яңы квитанцияны фатир хужалары 12 февралдә ала башлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку