Төнгә ҡарай баш ҡаланың Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙә ремонт эштәре башланыр тип көтөлә

Төнгә ҡарай баш ҡаланың Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙә ремонт эштәре башланыр тип көтөлә 05.10.2017

Участкала яңы асфальт-бетон ҡатламы һалынасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 сентябрҙән Өфө-Аэропорт юлының М-5  трассаһынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге арыуыҡта төҙөкләндереү эштәре алып барыла.  Ремонтҡа бәйле, ҡала йүнәлешендәге юлдың яртыһында ике саҡрымғаса арала транспорт хәрәкәте сикләнгән.

Асфальт тигеҙ түшәлһен өсөн хәҙер юл катогына  дүрт-биш тапҡыр үтеү ҙә етә.  "Өфө-Аэропорт" юлы участкаһында ремонт эштәре күләмле проектлау технологияһы буйынса башҡарыла. Йәғни, яңы нормативтарға яраҡлаштырылған асфальт-битон ҡатнашмаһы бер ҡатлам менән  8 сантиметр ҡалынлыҡта тығыҙланып һалына. Яңы ысул буйынса түшәлгән юлдың файҙаланыу ваҡыты ла күпкә оҙағыраҡ.
Марат Ишмөхәмәтов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Элек асфальт ҡатламы артыҡ тығыҙлана ине, юл катогы яңы һалынған ҡатнашма участкаһы тигеҙләнһен өсөн егерме, хатта, ҡырҡ тапҡыр йөрөй  торғайны. Шунлыҡтан сифат яғынан да зыян килтерелә ине. Яңы технология эште күпкә еңеләйтте. Бөгөн беҙҙең  төбәктә ҡала, республика һәм федераль йүнәлештәге  өс махсус лаборатория эшләй.  Бынан тыш, подрядсыларҙың да тикшереү үҙәктәре бар. Был контракт килешеүе буйынса талап ителә».
Юл катогы эшен тамамлағандан һуң асфальт ҡатламының тығыҙлығы махсус прибор ярҙамында тикшерелә. Әгәр ул норманан артыҡ йә кәм икән, етешһеҙлектәр шунда уҡ юҡ ителә бара. Юл төҙөүселәр ҙә махсус ҡорамалдың һөҙөмтәле ҡулланылыуын юғары баһалай.
Андрей Ищенко, подряд ойошмаһының өлкән прорабы: «Элек юл яңы ҡатнашма менән түшәлгәндән һуң өс тәүлек үтеп, асфальт нығынғас, бер өлөшө уйып алынып лабораторияла уның тығыҙлығы тикшерелә ине. Һөҙөмтә насар икән, тимәк, участкала яңынан ремонт эштәрен башҡарыу талап ителде. Ә хәҙер беҙ был прибор ярҙамында урында уҡ асфальт ҡатламының тығыҙлығын баһалай алабыҙ».
Объектта ремонтты тиҙерәк тамамлау маҡсатында эш тәүлек әйләнәһенә бара , ике бригада йәлеп ителгән. Ошо сәбәпле, ҡала  йүнәлешендәге юлдың бер һыҙатында транспорт хәрәкәте ике саҡрымғаса арауыҡта сикләнгән. Әйткәндәй, планға ярашлы, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙә лә был аҙнала асфальт-битон ҡатламы түшәлә башлана. Әлегә участкала юлдың өҫкө ҡатламы өлөшләтә алынған.
«Өфө-Аэропорт» юлында ремонт эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла. Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса ғына. Һауа торошо ыңғай торғанда, төҙөлөш барлыҡ бүленгән участкала 15 октярҙә тамамланыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку