Төҙөлөштә дәүләт контроле

Төҙөлөштә дәүләт контроле 19.12.2017

Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов: «Рәсми  иҫәптә тороусы 600 алданған иғәнәсе бар, әммә ысынбарлыҡта улар һаны 3 меңгә яҡын» тип белдерҙе. Яңы Булгаков торлаҡ комплексында ғына ҡайһы бер төҙөлөш объекттары 2015 йылдың сентябренә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Күп халыҡ ҡасабала фатирҙарҙы «Йәш ғаиләләргә арзан торлаҡ» программаһы буйынса алған.  

Яңы Булгаков торлаҡ комплексында  иһә яңы инвестор төҙөлөшкә аҡса индергән граждандарҙың проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләй. Ниһайәт, оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡтан һуң төҙөлөш эштәренә тотонғандар. Инвестор төҙөүсе ойошмалар менән һөйләшеҙәр  алып бара, яңы төҙөүселәр менән килешеү мөмкинлеге хәл ителә.
Яңы Булгаков торлаҡ комплексында 150 иғәнәсе аслыҡ иғлан иткән. Улар был аҙымға күптән көткән фатирҙарҙы сафҡа индереүҙең  килешеү мөҙҙәте кисектерелгән өсөн барған. Әлеге ваҡытта был торлаҡ комплексы төҙөлөшөнә аҡса индергән 500 кеше яңы фатир көтә.
Яңы Булгаков  торлаҡ комплексында  фатир һатып алған 60 ғаилә тиҙҙән төҙөлөп бөтәсәк дүрт йортҡа күсерелә. Был хаҡта беҙҙең  телеканалға төҙөлөштөң яңы инвесторы белдерҙе. Халыҡҡа бер аҙ сабырлыҡ тупларға ҡала. Төҙөлөп ятҡан йорттар киләһе йыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Яңы инвестор фатирҙарына ваҡытында күсә алмаусыларҙы тынысландырып, төҙөлөштө мөмкин тиклем тиҙерәк тамамларбыҙ тип ышандыра.
Марсель Йосопов, инвестор: «Был проблемалы хәлдә .берҙән-бер юл -иғәнәселәрҙе яҡлау. Иң мөһиме-төҙөлөшкә индерелгән аҡсалар башҡа кредиттарҙы ҡаплауға тотонолмаһын, ә тәү сиратта, йорт төҙөлөшөн тамамлауға һәм иғәнәселәрҙе фатирлы итергә булышлыҡ итһен».
Сорғот ҡалаһында вахта ысулы менән эшләүсе Мөҙәрис Насиров 41-cе йорттағы бер бүлмәле фатирҙы бер йыл элек һатып алған. Башҡалар кеүек нигеҙ ҡоролған  ваҡыттан ипотека түләмәгән. Хужа 42 квадрат метр  фатирын  бер-нисә айға һуңлап тапшырыуҙарын сабырлыҡ менән көтә.
Төҙөүсе тарафынан ошо йылдың октябрендә биш  фатирлы бишенсе һәм алтынсы, 24 фатирлы 8 -се йорттарға хужалары күсенгән. Йыл аҙағына иһә 10-cы, 26-сы, 41 -се йорттар төҙөлөп бөтә, 17-cе Б һанлы йорт 2018 йылдың февралендә сафҡа индерергә планлаштырыла.
Валерий Прудской, төҙөлөш ойошмаһы директоры: «Планға ярашлы ,киләһе йылдың август-сентябрь айҙарына йорттар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бөтә мәсьәлә-йорт төҙөлөшө ниндәй этапта булыуынан тора».
Яңы Булгаков торлаҡ комплексының алданған иғәнәселәр проблемаһы дәүләт һәм хөкүмәт контролендә.
Әлеге ваҡытта Яңы Булгаков торлаҡ комплексында күп фатирлы йорт төҙөлөшөнә аҡса индергәндән һуң хоҡуҡтары боҙолған   граждандарҙың проблемаларын хәл итеү юлдары хәл ителә.
Яңы Булгаков төҙөлөшөндә канализация, электр һәм газ тәьминәте, инженер селтәрҙәре һуҙыуға ҙур финанстар һалынған. Бөгөн 25 майҙанда йорт һәм социаль объекттар төҙөлә. 41-cе, 26-сы А йорттарынан фатир һатып алыусыларға ғинуарҙа фатир асҡыстарын тапшырасаҡтар һәм февралдә улар өй туйлаясаҡ тип белдерә төҙөүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку