Төҙөлөш туҡтап торған «Миловка паркы» торлаҡ комплексына яңы подрядсы ойошмалар билдәләнде

Төҙөлөш туҡтап торған «Миловка паркы» торлаҡ комплексына яңы подрядсы ойошмалар билдәләнде 22.01.2018

Бөгөн Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, объектта эштәрҙе башҡарасаҡ ойошма вәкилдәре менән өлөшсөләрҙең иннициатив төркөмө ағзалары осрашты. Кәңәшмәлә әлеге шарттарҙа торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү мөмкинлектәре  тураһында һүҙ барҙы.

«Миловка паркы» торлаҡ комплексын төҙөүсө ойошманың финанс ҡыйынлыҡтарына бәйле объектта эштәр туҡталғайны. Был йорттарҙан фатир һатып алыусылар алданған өлөшсөләр сафын тулыландырҙы. Әле объектта яңы инвестор, боҙ урынынан ҡуҙғалды тигән фекерҙә Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары
Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Төҙөлөш бер йорт менән генә сикләнмәй бит. Обьектта эш күләме киң икенән аңларға ваҡыт. Инженер селтәрҙәр, юлдар, коммуникациялар буйынса һорауҙар бар. Был мәсьәләләр бер көн эсендә генә хәл ителмәй. Халыҡҡа ҡағыҙҙағы мәғлүмәт кенә, аҙ, эш күрһәтергә ваҡыт. Беҙ әлеге мәлдә аныҡ эш менән булышырға теләйбеҙ».
Әлегә подрядсы ойошмаларғы яҡынса 500 мең квадрат метр торлаҡ, йәғни 2500 фатирҙы тулыһынса сафҡа индереү бурысы ҡуйыла. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡушыуы буйынса «БАШНИИ строй» институты объектта тикшереү эштәрен башҡарасаҡ. Был бигерәк тә  нигеҙе генә  һалынған йорттарға ҡағыла. Ҡыйыҡтары ябылған йорттарҙа иһә төҙөүселәр оҙаҡҡа һуҙмайынса эш башларға вәғәҙәләне.
Максим Дронь, подрядсы ойошма вәкиле: «Беҙҙең ойошмаға 10 кәсер 5 һанлы йорт эләкте. Бында әле бинаның коробкаһы эшләнгән. Тәҙрәләр урыны менән ҡуйылған. Йылылыҡ селтәре һуҙылған. Эште өҙөклөһөҙ генә алып барһаҡ ярты йыл эсендә был күләмде башҡарып сығырға мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку