Төҙөлөш секторында тәртип булырмы?

Төҙөлөш секторында тәртип булырмы? 10.09.2015

Был һорау «Глумилино» торлаҡ комлпексында фатир алыусыларҙы борсой. Ике меңгә яҡын кеше аҡса түләп тә яңы өй туйлай алмай, сөнки 4 күп ҡатлы йорттан торған объектта ярты йылдан ашыу «ҡылт» иткән дә тауыш сыҡмай. «Глумилино»ла фатирҙар һатыусы Башҡортостандың «Торлаҡ төҙөлөшө фонды» комплексты тапшырыу срогын бер йылға күсергән. Бының сәбәптәрен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

Көтөп алынынған ремонт  урынына ғаилә бетон стеналарға һағыш менән ҡарарға мәжбүр. Бында балалар бүлмәһе булыр, ә бында шкаф ҡуйырбыҙ тип йәнә пландар ҡора улар.
Тағы ике меңгә яҡын кеше аҡса түләгән фатирҙарына күсә алмай. Улар бөтәһе лә «Торлаҡ төҙөлөшө фонды», йәғни ФЖС-тың Глумилино микрорайонында төпләнергә теләгән. Фатир һайлағанда ышанслы төҙөүсе ойошма һайларға тырышҡан буғайныҡ, ти халыҡ.
Тик был барыбер ярҙам итмәй. Төҙөлөш инде ярты йыл самаһы тулыһынса туҡтаған. Проектта ҡаралған 25 ҡатлы 4 йорттоң яртыһынан күберәге әҙер, шуға ҡарамаҫтан объектты тапшырыу датаһы күсерелгән.
Оксана Машинина, «Глумилино» комплексында фатир алыусы: «Беҙҙе ошо реклама буклеттары ылыҡтырҙы. Бында комплекстың өҫтөнлөктәре ентекле һүрәтләнә, уның тирә-яғы матур итеп күрһәтелә. Ошонда уҡ объект 2014 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыла тигән мәғлүмәт тә бар. Беҙ ошо датанан сығып пландар ҡорғайныҡ».
Хәҙер 4 кешенән торған ғаилә ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә мәжбүр, сөнки торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн уларға үҙҙәренең күсемһеҙ милеген һатырға тура килә. Ҡыҙғанысҡа, ошондай аяныслы хәлдә ҡалған ғаиләләр бында күп.
Башҡортостандың «Торлаҡ төҙөлөшө фонды»нда килеп сыҡҡан мәсьәлә подрядсы ойошма менән бәйле тип аңлаттылар. Йәнәһе төҙөлөштө алып барыусы компания эштәрҙе ваҡытында теүәлләмәгәнгә фонд булған килешеүҙе тарҡатҡан.
Рим Яҡупов, «Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының баш инженеры: «Яҡын арала яңы подрядсы ойошма һайлау өсөн аукцион үткрәсәкбеҙ. 10 көн эсендә уның менән килешеү төҙөргә иҫәп бар. Шулай итеп «Глумилино» комлпексы киләһе йыл аҙағында тапшырылырға тейеш».
Ҡыҙғанысҡа, ике ойошманың үҙ-ара килешә алмауы һөҙөмтәһендә ябай халыҡ зыян күрә. Һатып алыусыларға фатирҙарын   ике йылға  оҙағыраҡ көтөргә тура киләсәк. Әйткәндәй, күсемһеҙ милек һатып алыу килешеүенә ярашлы, кешеләр объект ваҡытында тапшырылмау сәбәпле  компенсация ла ала алмай. Хәйер, әле һатып алыусылар бар тик йорттарҙың төҙөлөп бөтөүе тураһында хыяллана.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика