Түләргәме, әллә табышлы кәсептән баш тартырғамы? 10.12.2016

Өфө предприятиеһы директоры беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Унан муниципаль берәмек ойошма урынлашҡан ер өсөн хаҡ түләүҙе талап итә. Ә эшҡыуар шәхси милексенән һатып алған бина ултырған биләмә өсөн рәсми рәүештә әле бер кем менән дә килешеү төҙөмәгән булған. Мөрәжәғәт итеүселә шулай уҡ ҡала ситендәге участок хаҡының ике йыл эсендә  ете миллион һумдан алтмыш миллионға тиклем күтәрелеүе һорау тыуҙыра.

Ике йыл элек эшҡыуар ҡала ситендә урынлашҡан ташландыҡ бинаға капиталь ремонт эшләп, заманса электр ҡорамалдары йыйыу цехын асҡан. Бөгөн бында тиҫтәләп кеше эшләй. Продукцияны хатта, күрше төбәктәргә лә сығаралар. Етештереүҙе киңәйтеү маҡсатында ир ерҙе ҡуртымға алыу өсөн документтар әҙерләй башлай. Формаль һорауҙарҙы хәл иткән арала, биләмә  хаҡы ете миллиондан алтмыш миллионға тиклем күтәрелә.
Тимур Оразов предприятие директоры: «Был ҡағыҙҙағы хаҡ нисек билдәләнгәне миңә аңлашылмай. Ҙур сумманы түләү, әлбиттә, ауыр буласаҡ. Шуға күрә беҙгә йә табыштан килгән аҡса менән иҫәпләшергә, йә бынан бөтөнләй китергә тура киләсәк».
Һандарҙың ҡайҙан алынғанын аңламаған предприятия директоры бойондороҡһоҙ хаҡ билдәләй, һөҙөмтәһе - участка өсөн биш миллион ярым һум  килеп сыға. Был күпкә арзаныраҡ. Ҡала хакимиәтендә ике йыл эсендә ер хаҡының ни сәбәпле ҡапыл күтәрелеүе буйынса һорауға аныҡ ҡына яуап булманы.
Рената Сәләхова, баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Әгәр ҙә ҡуртымға алыусы кадастр хаҡы менән риза түгел икән ул судҡа йә «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса филиалына мөрәжәғәт итә ала».
Быға тиклем объект шәхси ҡулда булған. Предприятие хужаһы бинаны һатып алып килешеү төҙөгәндә иғтибарлыраҡ булырға тейеш булған, ти белгестәр. Әгәр ҙә ул ҡуртымға алынған икән, элекке хужаның бурыстары тулыһынса яңыһына күсә.
Әле предприятие хужаһы Тимур Оразов судҡа мөрәжәғәт итергә теләй, сөнки ер өсөн бәхәстә нөктә ҡуйырға- был берҙән-бер юл.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика