Тәүәккәл булғанда бәләкәй эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшеп була

Тәүәккәл булғанда бәләкәй эшҡыуарлыҡта уңышҡа өлгәшеп була 14.02.2017

2009 йылда Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе Регина менән Филүс Йосоповтар автомобилдәргә запас частар һатыу менән шөғөлләнә башлай. Күп тә үтмәй, улар был магазин урынында автосервис аса.

Ҙур бина, заманса ҡорамалдар һатып алыусы ғаилә кредиттарға бата, шулай ҙа миллиондарса сығымдар үҙен аҡлай. Хәҙер предприятиела тиҫтәгә яҡын эш урыны булдырылған. "Урындағы хакимиәт тарафынан да ярҙам күрһәтелә,"-ти Йосоповтар. Уларға бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләттән 300 мең һумлыҡ субсидия бирелә. Был аҡса машина тәгәрмәстәрен алыу, йыйыу буйынса станок һәм баланс стендына киткән сығымдарҙы ҡаплай.

Регина менән Филүс Йосоповтар автосервиста  күрһәтелгән хеҙмәтте киңәйтеү хаҡында хыяллана. "Машина кузовын ремонтлау менән шөғөлләнә башлағанда, отошло буласаҡ," тигән ҡарашта улар. Бының өсөн дә өҫтәмә сығымдар талап ителә. "Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү" программаһы нигеҙендә тағы ла  субсидия  алыр өсөн өҫтәмә эш урындарын булдырырға кәрәк. Бизнес менән шөғөлләнеүсе ғаилә - профессиональ кадрҙар алып, яңы йүнәлеш асыуҙан ҡурҡмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку