Тәүге урында - ғаилә ҡиммәттәре 18.07.2017

Республикала демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән планлы эш алып барыласаҡ.

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы дәүләт ғаилә сәйәсәте буйынса координация советының киңәйтелгән ултырышында хәбәр ителде. Атап әйткәндә, көндөҙгө бүлектә уҡыған студент һәм аспиранттарға сабый тыуғанда 100 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтеү тәҡдим ителә, был категорияға тәғәйенләнгән пособие күләмен 250 һумдан өс меңгә тиклем күтәреү ҙә ҡарала. Тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләргә лә айлыҡ түләүҙәр артасаҡ. Дөйөм алғанда, был финанс сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн  сентябрҙән йыл аҙағынаса 168 миллион ярым һум аҡса кәрәк,  киләһе йылға иһә бюджеттан яҡынса 670 миллион һум талап ителә.

Статистика буйынса, илдә айырылышыу осраҡтары ла йышая, һәр икенсе ғаилә тарҡала. Тәү сәбәп - ир менән ҡатындың уртаҡ тел тапмауында , икенсеһе эскелеккә бәйле. Шуға был йүнәлештә профилактик эште йәнләндереү мөһим. Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү һәм башҡа киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында ғаилә сәйәсәте буйынса идаралыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был үҙәк ярҙамында төбәктә юридик, психологик ярҙам күрһәтеү күҙаллана.

Башҡортостан Хөкүмәте тәүге бала өсөн 300 мең һумлыҡ матди ярҙам алыусы ғаиләләрҙең исемлеген дә киңәйтергә ниәтләй. Уға ярашлы, тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ атай, әсәйҙәр ҙә бер тапҡыр түләнә торған финанс ярҙамға дәғүә итә ала. Талаптар шул уҡ ҡуйылған. Бала 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем тыуырға тейеш. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаилә ағзалары 35 йәштән өлкән булмауы ла мотлаҡ.  Был категорияға социаль түләүҙәр башҡарыу өсөн бюджеттан 400 миллион һум бүлеү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика