Тәүге бала өсөн өс йөҙ мең һум алыуға документтар ҡабул ителә башланы

Тәүге бала өсөн өс йөҙ мең һум алыуға документтар ҡабул ителә башланы 16.05.2017

Ғаризаны баш ҡаланың Совет урамындағы 18-се йортта тапшырырға мөмкин. Дәүләт ярҙамында дәғүә итеүселәр  шишәмбе һәм кесе йома ҡабул ителә. Ләкин тәүҙә шылтыратып кәңәш алыу хәйерлерәк. Юҡһа, ҡайһы берәүҙәр  социаль түләүҙәр алыу шарттарына тап килмәһә лә, Өфөгә килеп ваҡытын әрәм итә, ти белгестәр.  

Гөлназ менән Айҙар Сыңғыҙовтар февраль башында ғына ата -әсә булған. Ләкин ғаиләнең артыуы йәштәрҙе баш ҡаланан районға ҡайтырға мәжбүр иткән. Әле улар Айҙарҙың тыуған ауылында-Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында йәшәй. Ер алып, йорт та төҙөй башлағандар. Тәүге бала өсөн өс йөҙ мең һум аҡса бирә башлауҙары үтә лә ваҡытлы булды , ти Сыңғыҙовтар.
Сыңғыҙовтар дәүләт ярҙамын алыу өсөн бар талаптарға ла тап килә. Йәштәре 35-тән артмаған, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ буйынса сиратҡа баҫҡандар һәм тәүге балалары ла 2017 йылда тыуған. Хәҙер уларға ғариза яҙып , докуметтар тапшырып иҫәпкә аҡса күсергәндәрен генә көтөргә ҡала. Ләкин һәр бер килгән йәш ғаиләнең дә эштәре былай шыма ғына үтмәй, ти белгестәр. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн тәүҙә шылтыратып кәңәшләшергә, йә иһә төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүәләт комитетының сайтында шарттар менән танышырға мөмкин.
Оксана Аликова, Башҡортостандың  төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының социаль-торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу бүлеге белгесе: «Йәштәр бик әүҙем килә башланы. Райондарҙан күп шылтыраталар. Ҡайһы берәүҙәр Өфөгә килеп тә үҙенең был программаға эләкмәүен белеп кәйефе ҡырылып ҡайтып китә. Шуға күрә бушҡа йөрөмәһендәр өсөн алдан уҡ беҙҙең сайттағы мәғлүмәт менән танышһындар ине».
Күҙаллауҙар буйынса республикала ике меңдән ашыу йәш ғаилә өс йөҙ мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Программа әле бер йылға иҫәпләнгән. Уңышлы тип табылһа республика етәкселеге уны дауам итеү юлдарын ҡараясаҡ.
Егор Родин, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Был программа ике мәсьәләне бер юлы хәл итә. Тәү сиратта ул  республикала демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итер тигән өмөттәбеҙ. Икенсенән, күптәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мөмкинлек бирәсәк».
Документтарҙы ҡарауға бер ай самаһы ваҡыт китәсәк, ти белгестәр. Аҡсалар иһә ғаризалар бирелеүгә ҡарап кварталына бер тапҡыр күсерелеп бара.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку