Төбәк-ара хеҙмәттәшлек иҡтисади үҫеш мөмкинлеге 23.06.2017

Был турала бөгөн Салауат районында үткән кәңәшмәлә билдәләнде. Ултырышта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәге менән күрше Силәбе өлкәһе араһында бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ барҙы.

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе элек-электән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Совет осоронда төбәк-ара кооперация көслө булһа уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында бәйләнештәр бер ни тиклем өҙөлөп торҙо. Әле республика менән Силәбе өлкәһе тауар әйләнешен арттырыу теләген белдерә. Иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе нығытыу бигерәк тә төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн көнүҙәк. Башлыса ауыл халҡы йәшәгән райондарға Силәбе өлкәһенең сәнәғәт үҙәктәре тип иҫәпләнгән ҡалаларында үҙ продукцияһы һатыу өсөн баҙарҙа урын табыу мөмкинлеге бар.
Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары Силәбе өлкәһендә экологик яҡтан таҙа сифатлы тип танылған. Башҡортостан эшҡыуарҙары ла төбәктә әүҙем эшләй.
Башҡортостан менән  Силәбе өлкәһе муниципаль берәмектәр ассоциациялары араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тағы ла нығыта.
Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә инфраструктура объекттары этәргес бирергә тейеш. Һатҡы, Тастүбә, Ҡариҙел автомобиль юлы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә күтәрә.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы республиканың ауыл хужалығы һәм туризм үҙәге. Халыҡ мәнфәғәтенән сығып төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтергән осраҡта хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә файҙалы булырға тейеш тип билдәләнде ултырышта.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика