Сыр мәктәбе сиктәре киңәйә 16.12.2016

Башҡорт дәүләт аграр университеты нигеҙендә сентябрҙә асылған сыр етештереүселәр курсы 4-се йыйылыш уҡыусыларын ҡабул итте.

Был юлы баш ҡалаға һөт ризыҡтарын етештереү нескәлектәрен үҙләштереү өсөн 8 кеше килгән. Уларҙың араһында оҙон юл үтеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, беҙҙән 3000 километрҙан ашыу алыҫлыҡта ятҡан Тыва республикаһынан Надежда Оюн. Ҡатын шәхси хужалығында сыр етештереү менән шөғөлләнмәксе. Курстарҙа белем алыусылар араһында шулай уҡ Силәбе һәм Мәскәү ҡалалары вәкилдәре бар.
Ситтән килеүселәр өсөн университетта бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Улар төплө белемдән тыш ятаҡ менән дә тәьмин ителә. Бөтәһе сыр етештереү мәктәбе эшләй башлағандан бирле бында 40-ҡа яҡын кеше уҡып сыҡҡан. Курстар ике аҙна дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә уҡыусылар моцарелла, качотта, рикотта, примо сале сортлы сырҙар етештереүҙе үҙләштерә. Кәсеп эшҡыуарҙар өсөн генә түгел, шул иҫәптән шәхси хужалыҡ тотоусылар өсөн дә көнүҙәк ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика