Суд приставтары ун бер ай һөҙөмтәләре буйынса, 10 миллиард һум бурыс ҡайтарған

Суд приставтары ун бер ай һөҙөмтәләре буйынса, 10 миллиард һум бурыс ҡайтарған 13.12.2016

Шул иҫәптән өс миллиард ярым һумы дәүләт ҡаҙнаһына һәм алты йөҙ миллионы республика бюджетына. Ҡайтарылған бурыстарҙың 265 миллион һумы  тотҡарланған хеҙмәт хаҡы.

Суд приставтары әйтеүенсә, башҡарыуға йүнәлтелгән документтар йылдан-йыл арта. Быйыл ғына хеҙмәттең республика идаралығына 1 миллион 93 мең документ килгән. Уларҙың ете йөҙҙән ашыуы буйынса бурыстар ҡайтарылған. Иң ҡыуаныслыһы -  алименттар буйынса хәл яҡшыра, ти приставтар. Әле егерме мең тирәһе кешенең бирәсәге ҡалған. Ә бына алимент түләмәүсе ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, арта. Балаларына булған бурыстарҙы ҡайтарыуҙа иң һөҙөмтәле алым водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү.
Луиза Колошеина, федераль суд приставтары  хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса  идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Сит илгә сығыуҙы тыйыу хәллерәк кешеләргә генә тәьҫир итә ине. Ә бына водитель таныҡлығын тартып алыу юғары һөҙөмтәләр бирә. Сөнки һәр икенсе кешенең тиерлек автомобиле бар. Ошо алым менән генә 12 миллион һум бурыс ҡайтарҙыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку