Суд приставтары ҡулына көрәк алды

Суд приставтары ҡулына көрәк алды 23.03.2017

Бөгөн Өфөләге автосервистарҙың береһендә уларға БМВ автомобилен ҡарҙан таҙартып эвакуацияларға тура килде. Асыҡланыуынса, "Тимер ат" хужаһының милек һәм транспорт һалымдары буйынса 400 мең һумлыҡ бурысы йыйылған. Әлегә ул Мәскәүҙә, машинаһын ремонтҡа февралдә үк  ҡалдырған. Арест һалынған автомобилде кире ҡайтарыр өсөн бурысты тулыһынса ҡапларға кәрәк, юғиһә бер айҙан һуң ул һатыуға ҡуйыласаҡ.

Шулай уҡ суд приставтары рейд барышында Октябрь Проспекты янында табылған Дэу Нексия менән ҡыҙыҡһынды. Был автомобиль хужаһының яҡынса йөҙ мең һумлыҡ һалым бурыстары, штрафтары барлығы билдәле. Дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыуҙан ҡасыусы гражданин шунда уҡ был сумманың өстән бер өлөшөн банкҡа барып түләне, әммә яҡын арала уға барыбер йәйәү йөрөргә тура киләсәк. Машинаға арест һалынды.
Бөгөнгә республика халҡы ҡаҙнаға яҡынса өс миллиард һум бурыслы. Уның ике миллиарды - транспорт һалымы буйынса башҡарылмаған түләүҙәр. Суд приставтары һалым инспекторҙары  менән берлектә был ҙур сумманы дәүләткә ҡайтарыу буйынса етди эш алып бара, улар тарафынан район-ҡалаларҙа даими рейдтар ойошторола. Бирәсәге булғандарға ҡарата ҡәғти саралар күрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку