Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы вәкилдәре Өфө ҡалаһында ғына  3 миллион һум бурыс ҡайтарған 11.08.2016

Апрель айынан бирле ойошторолған махсус рейдтар һөҙөмтәләрен бирә. Ведомство вәкилдәре махсус ҡоролма ярҙамында автомобилдең дәүләт  номерҙарын уҡый һәм бурыслыны асыҡлай.

Был ысул ярҙамында иҫәпләшеү тураһында онотоп йөрөүселәрҙең 15 миллион һумлыҡ мөлкәтенә арест та һалынған.Суд приставтарының рейдына йыш ҡына федераль һалым хеҙмәте вәкилдәре лә ҡушыла. Ҡаҙнаға бурыстарын түләмәүселәрҙең күпселек өлөшө тап ҡорос атта елдерә тигән фекерҙә белгестәр.
«Юл приставы» тип аталған ҡоролма ярҙамында бер көн эсендә генә 70-ләгән бурыслы асыҡланды. Әле республикала бындай 1 генә комплекс эшләй. Техниканың һөҙөмтәлелеген иҫәпкә алып приставтар юлдағы ҡоролмалар һанын арттырырға иҫәп тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика