Стәрлетамаҡта сит илдә ял итергә теләүсе егерменән ашыу кеше мутлашыусы туроператор тоҙағына эләккән

Стәрлетамаҡта сит илдә ял итергә теләүсе егерменән ашыу кеше  мутлашыусы туроператор тоҙағына эләккән 29.09.2017

Дөйөм алғанда улар 500 мең һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Араларында берәүҙәре сит илдә  ун көн урынына биш көн ял итһә, кемдәргәлер бындай бәхет  бөтөнләй тәтемәгән, өсөнсөләре аҡсаларын кире ҡайтарырға уйлаһа ла, һемәйеп ҡалған. Юҡҡа сыҡҡан аҡсалар хужаларына кире ҡайтарылырмы һуң?

Төркиә урынына Анапа. Фәйзуллиндар ғаиләһе күңелһеҙ тамамланған сәйәхәтте теләр-теләмәҫ кенә иҫкә ала. Башта улар 105 мең һумға йыл буйы хыялланған Урта диңгеҙ ярына  путевка һатып ала. Юлға сығыр көн килеп еткәс кенә уларға  йә самолет боҙоҡ, йә сәйәхәт  ваҡыты  күсте, тигән һылтауҙар табыла башлай. Ахыр сиктә Фәйзуллиндар сит илгә сәйәхәттән баш тартып, ҡалған аҡсаларына Анапала ял итергә була. Тормошҡа ашмаған тур өсөн аҡса ғаиләгә  бөгөнгәсә ҡайтарылмаған.
Асыҡланыуынса, тишек кәмәгә ултырыусылар бер Фәйзуллиндар ғына түгел. Икенсегә сабый көткән Ерменкиндар Төркиәлә туғыҙ көн урынына биш көн ял итеп ҡайта. Хәйер, ял итеү урынына нервылар ҡаҡшаны, ти улар. Турагентлыҡ был хәлгә төрлөсә аҡланыуҙар таба.
Анна Ерменкина, зыян күреүсе: «Икенсе балабыҙ тыуғансы, ял итеп ҡайтырға теләнек. Бына бит документтар, килешеү бар. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, бындағы яҙыуҙар күҙ буяуы ғына булған. Агентлыҡҡа шылтыратҡайныҡ, системала өҙөклөктәр килеп сыҡты, тип яуапланылар».
«География» турфирмаһының төп офисы Екатеринбургта урынлашҡан. Клавдия Юртаева байтаҡ ваҡыт ошо агентлыҡтың франшизаһы аҫтында эшләй. Ҡатмарлыҡтар быйыл, ҡатын шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгәс башлана.  
Мәсьәләне асыҡлар өсөн беҙ Клавдия Юртаева менән бәйләнешкә индек. Ул, фирма банкротлыҡҡа төштө,  әммә зыян күреүселәргә яҡын арала аҡсаларын кире ҡайтарасаҡмын, тип ышандыра.
Буш вәғәҙәләрҙән арыған зыян күреүселәр әлег ваҡытта  хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусылар тоҙағына эләккән туристар мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә өмөтләнә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку