Стәрлетамаҡ ҡалаһында сираттағы тапҡыр торлаҡ төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар мәсьәләһе ҡуйыра 01.11.2016

Беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр фатир һатып алған йортта төҙөлөш тотҡарланыуы тураһында хәбәр итә. Үҙ сиратында бинаның ҡалҡып сығыуы өсөн яуаплы ЕТЗК ойошмаһы эш ҡала хакимиәтенең объектҡа һыу һәм йылы бирмәүендә тип аңлата.

Стәрлетамаҡ өсөн инде ғәҙәти картина. Сираттағы тапҡыр ваҡиға  уртаһында төҙөүсе ойошма менән ҡәнәғәт булмаусылар. Үҙҙәрен ишетмәгәс улар шау-шыу тыуҙырыуға күсергә мәжбүр. Төп дәғүә шул - ни өсөн төҙөлөш эштәре һүлпән бара.  
Төҙөлөш башында ЕТЗК ойошмаһы йортто быйыл 28 сентябрҙә  тапшырырға вәғәҙә иткән. Шулай итеп, 200 фатирға иҫәпләнгән күп ҡатлы бина бер йыл эсендә ҡалҡып сығырға тейеш булған. Әле иһә беренсе ҡат саҡ әҙер. ЕТЗК хәҙер йортто тапшырыу срогын тағы бер йылға күсергән, ләкин өҫтәмә килешеү бөтә өлөшсөләргә лә бирелмәгән әле. Төҙөүселәр эштәр бер нисә аҙнаға ғына туҡтатылды тип аңлата.
Светлана Никитина, «ЕТЗК» ойошмаһының юридик бүлеге етәксеһе: «Техник сәбәптәр арҡаһында төҙөлөш 10 көнгә туҡтатылып торҙо. Дүшәмбенән эштәр ҡабаттан башланасаҡ һәм бригадалар күбәйәсәк. Объектты ваҡытында тапшырасаҡбыҙ».
Төҙөлөш ойошмаһы тотҡарлыҡ шул иҫәптән ҡала хакимиәтенең эшмәкәрлеге менән бәйле тип аңлата. Йәнәһе, мэрия йортҡа һыу, йылы һәм электр үткәреү буйынса ҡарар ҡабул итмәй. Ләкин чиновниктар башҡаса уйлай.
Михаил Киреев, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Әгәр ҙә төҙөүсе ойошма бинаһына коммуникациялар үткәрергә теләй икән, тейешле мөрәжәғәтен ул ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияға йүнәлтергә тейеш. Ҡала хакимиәте был эштә бөтөнләй ситтә ҡалыусы яҡ».
Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, төҙөлөш компанияһы фатир һатып алыусыларҙы борсолмаҫҡа саҡыра. Йәнәһе, килешеүҙәр Росреестрҙа теркәлгән, тимәк, өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар хоҡуҡтары закон тарафынан яҡлана. Ләкин уларҙың күбеһе күсемһеҙ милеген ипотекаға алған, һәм объект тапшырылғансы ҡуртымдағы торлаҡта йәшәргә мәжбүр. Был сығымдарҙы ҡайтарып буласағы бик тә икеле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика