«Социнвестбанк» вкладсыларына борсолорға урын юҡ

«Социнвестбанк» вкладсыларына борсолорға урын юҡ 20.08.2015

Финанс ойошма ғәҙәти режимда эшләй һәм үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы тулыһынса башҡара. Был турала банктың хеҙмәт күрһәтеү департаменты  етәксеһе Дмитрий Овчинников белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, банк 27 июлдә ябылғайны. Аҙна башында финанс учреждениеның баш офисы эшмәкәрлеген тергеҙҙе. Быға Рәсәй Үҙәк банкының бөлөүҙән һаҡлау тураһындағы ҡарары этәргес булды. Мегарегулятор финанс учреждениены һауыҡтырыуға «Рәсәй капиталы» банкын йәлеп итте. Әле банк клиенттарына һәм вкладсыларына хәүефләнергә урын юҡ . Карточкалар менән эшләү тергеҙелгән, банкоматтар ҙа ғәҙәти режимда эшләй. Офистарҙа бер ниндәй ҙә көсөргәнешлек, ашығыс рәүештә вкладтарҙы ябыу кеүек күренештәр күҙәтелмәй
Дмитрий Овчинников, банк хеҙмәттәре күрһәтеү департаменты етәксеһе:
«Беҙгә Рәсәйҙең иң ҡеүәтле һәм дәүләт ҡатнашлығы булған банктарҙың береһе ярҙам итә. Клиенттарға борсолорға урын юҡ. Күреүегеҙсә, офистар тыныс шарттарҙа эшләй. Вкладсылар араһында ла көсөргәнешлек юҡ. Шуға күрә уларға түҙемлеге һәм ышанысы өсөн рәхмәт белдергем килә. Банк юридик һәм шәхси клиенттар менән тулы күләменнә эш алып бара. Иртәгә шәхси вкладсылар өсөн техник сикләүҙәр ҙә тулыһынса алынасаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку