«Социнвестбанк»тың төбәк өсөн социаль әһәмиәтен иҫәпкә алып һәм уны Башҡортостандың финанс баҙарында һаҡлап ҡалыу өсөн, Республика Хөкүмәте Рәсәй үҙәк банкына кредит ойошмаһын һауыҡтырыу үтенесе менән сыҡты

«Социнвестбанк»тың төбәк өсөн социаль әһәмиәтен иҫәпкә алып һәм уны Башҡортостандың финанс баҙарында һаҡлап ҡалыу өсөн, Республика Хөкүмәте Рәсәй үҙәк банкына  кредит ойошмаһын  һауыҡтырыу үтенесе менән сыҡты 07.08.2015

Алдан хәбәр ителеүенсә, 6 августа Рәсәй үҙәк банкы «Социнвестбанк» менән  ваҡытлыса етәкселек итеү вәкәләтен «Вкладтарҙы страховкалау агентлығы» дәүләт корпорацияһына тапшырҙы. Респубика Хөкүмәте ваҡытлыса етәкселек  банк эшмәкәрлеген тергеҙеүгә, уның физик һәм юридик шәхестәр алдында бурыстарын тулыһынса үтәүгә булышлыҡ итер, тип ышана. «Социнвестбанк» ойошмаһы Өфөлә 1987 йылда СССР  Жилсоцбанкының Башҡортостан бүлексәһе булараҡ барлыҡҡа килә. Уның устав капиталы 2 миллиард һум. Ошо йылдың 1 авгусына банк активтары 15, 1 миллиард һум тәшкил иткән.    

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика