«Социнвестбанк» бөгөн дә асылманы 10.08.2015

Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан ойошманың  ишек төбөндә тағы йөҙҙәрсә кеше йыйылды. Ваҡытлыса ишектәрен бикләгән финанс учреждение әле һаман клиенттарын ҡабул итмәй.  Аҡсаһын алырға теләгән халыҡ ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт алыу өмөтө менән көн һайын банк тупһаһын тапай.

Клиенттар өсөн  «Социнвестбанк»тың ишектәре  асылманы. Банк иҫәбенә аҡса һалыусылар тағы  уның эргәһендә  йыйылды. Быға тиклем  шунса көнгә тиклем техник сәбәптәр арҡаһында ябыҡ  тигән ҡағыҙ эленеп торһа, бөгөн  бер ниндәй ҙә иғлан юҡ. Ә белдереү буйынса ойошма 10 августа  асылырға тейеш ине. Банк эргәһенә йыйылған халыҡтың күбеһе-  пенсионерҙар. Уларҙың  күптәре  аҡсаһын июлдә генә килтереп һалған. Өлкәндәр  юғары процент вәғәҙә итеүсе "Йәйге отош" акцияһында ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә кемдең отҡанын әйтеүе ҡыйын, әммә халыҡ үҙҙәрен кәкре ҡайынға терәлгәндәй тойоуын билдәләй
Ишек төбөндә  баҫып тороп арманһыҙ булған кешеләр аҡсаны банкта түгел, түшәк аҫтында һаҡларға кәрәк, тигән һығымтаға килгән. Һис юғы йылдар буйы тинләп йыйған аҡса елгә  осмаясаҡ, ти улар.
«Социнвестбанк» 1987 йылда  СССР-ҙың  Башҡортостандағы  «Жилсоцбанк»  бүлексәһе базаһында ойошторола.  Былтыр ул Өфө мөлкәтенән Мәскәү ҡарамағына  күсерелгән. Һуңғы ике аҙналағы хәлдәр арҡаһында финанс ойошма хеҙмәте менән  ул эшләй башлағандан бирле ҡулланыусылар ҙа ышанысын юғалтҡан.
Учреждениеның финанс проблемалары тураһында 27 июлдә билдәле булғайны.  
Белгестәр фаразлауынса , финанс структураһының эшмәкәрлеге туҡтауына лицензияһынан ҡолаҡ ҡағыусы партнер банктар сәбәпсе булған. Улар «Рәсәй кредитбанкы», «М банк», һәм «Тула сәнәғәтсеһе» банктары. Һуңғыһына ,,Социнвестбанк" идараһы етәксеһе Сергей Тоболин 500 миллион һумлыҡ кредит биргән. Тула сәнәғәте бөлгөнлөккә төшөп бурысты кире ҡайтармаған. Тимәк, кредит һаҙлығына  кешеләр генә түгел  миллиардтар  менән идара итеүсе  ойошмалар ҙа бата ала. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә,  финанс ойошманың эшмәкәрлеге тергеҙеүенә өмөтләнергә була.
Павел Самойлин, Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Бер-нисә көн элек Башҡортостан  Хөкүмәте Рәсәй Үҙәк банкына «Социнвестбанк»ты һаҡлап ҡалыу тураһында үтенес белдереп хат менән мөрәжәғәт итте. Киләсәктә уның бөтә вкладсылары - юридик , физик шәхестәр,  эшҡыуарҙарға финанс эш алып барыуҙа ҡатмарлыҡтар булмаҫ тип уйлайбыҙ. Әле банкта дәүләт корпорацияһы  вкладтарҙы страховкалау агентлығының ваҡытлыса хакимиәтенең эшсе  төркөмө эшләй. Уның һөҙөмтәләрен көтәбеҙ.  Комиссия ултырышы буласаҡ».
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса «Социнвестбанк» Рәсәйҙәге банктар араһында  мөлкәте буйынса 190-cы урынды биләй. Граждандарҙың аҡсаһы  ун миллиардтан ашыу, юридик шәхестәрҙеке биш йөҙ миллион тирәһе. Һуңғы ваҡиғаларға бәйле республикалағы йөҙҙәрсә компанияның эшмәкәрлегенә зыян килде тигән һүҙ.  
Шәүҡәт Даукаев, Башҡортостан кредит-финанс ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры: «Банк бакрот тип иғлан ителмәгән. Уның етәкселеге клиенттар менән эште туҡтатып торорға ҡарар иткән. Ваҡытлыса хакимиәт банктың  капиталын  иҫәпләп уның төрлө  операцияларға  мөмкинлектәрен барлағандан һуң ҡарар сығарыла».
Банк тирәләй  ҡуйырған болоттар  финанс пирамидалары менән булған хәлде хәтерләтә. Әммә был бөтөнләй икенсе тарих. Белгестәр халыҡҡа борсолорға кәрәкмәй, тигән фекерҙә.  Банк иҫәбенә бер миллион дүрт йөҙ меңгә тиклем аҡса һалыусылар уны кире ҡайтара аласаҡ.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика