Социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһе электрон документ әйләнешененә күсә 27.02.2017

Был турала бөгөн Социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Латипов йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышында белдерҙе.

Әлеге ваҡытта төбәк бүлексәһендә  1 миллиондан ашыу эшләп йөрөүсе кеше страховкаланған,  сығымдарҙың төп  өлөшө уларға түләнгән пособиеға тура килә. Былтыр ошо маҡсатта 11 миллиард һум аҡса тотонолған. Шулай уҡ  ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм  йәрәхәт алған өсөн түләнгән пособие күләме  5 миллиард һумға  яҡын.  Был тәңгәлдә һуңғы  йылдарҙа сирләүселәр һанының артыуы ла күҙәтелә. Ҡыуандырған күренештәр ҙә бар, былтыр республикала 56 мең тирәһе сабый донъяға килгән һәм 6 миллиард ярым тирәһе аҡса әсәләргә һәм сабыйҙарға пособие өсөн түләнгән. Ултырышта билдәләнеүенсә, бөгөн Башҡортостан төбәк бүлексәһе  бөтә күрһәткестәр буйынса тиерлек илдә алдынғы урын биләй.
Төбәк бүлексәһе төп функцияларынан тыш, бик күп социаль йөкләмәләрҙе лә уңышлы алып бара. Был тәңгәлдә эш урынында йәрәхәтләнеүселәрҙе  автомобилдәр һәм башҡа техник саралар менән тәьмин итеүҙе, ташлама менән ҡулланыусыларға шифахана-курорт  юлламаларын  бирелеүҙе билдәләп үтергә мөмкин.  Әле Социаль страховкалау фонды мөрәжәғәт итеүселәргә уңайлыраҡ булһын өсөн  электрон документ әйләнешенә лә күсә. Быйылдан фонд эшмәкәрлегенә үҙгәрештәр ҙә индерелгән, страховка иғәнәләрен йыйыу һалым хеҙмәтенә йөкмәтелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика