Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтар күтәрелмәйәсәк

Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә  хаҡтар  күтәрелмәйәсәк 25.02.2015

Федераль сауҙа селтәрҙәре хужалары Монополияға ҡаршы хеҙмәткә ошо хаҡта  килешеү тураһында проект ебәргән. Ә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аҙыҡ-түлек һәм тауарҙарҙы тикшереү буйынса эшсе төркөмө  шифалы үләндәр төрөп һатыусы ойошмаға рейдҡа сыҡты. Улар ситтән килтерелгән сәй урынына үлән төнәтмәһе ҡулланырға тәҡдим итә.

Аҙыҡ-түлек магазины һәр ваҡыт гөрләп тора. Кеше кейем-һалым йә башҡа нәмә һатып алмаһа алмай, әммә ашамай тормай. Уҙған йыл аҙағынан бирле  ай үҫәһен көн үҫкән хаҡтарға күнегелгән.
Сит ил емешен ашамай ҙа  йәшәп була. Ә бына төп аҙыҡ-түлеккә килгәндә, уларҙың  ҡиммәтләнеүе әҙ-мәҙ эш хаҡына йәшәгәндәрҙең, йә пенсионерҙарҙың кеҫәһенә һуға. Улар  арзанырағын  эҙләй башлай.
Көн һайын ҡырҡ биш һумға һөт һатып алыу өсөн айына мең биш йөҙ тирәһе аҡса кәрәк.  Артабан ошондай социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлектең хаҡы күтәрелмәйәсәк. Ҙур  сауҙа селтәрҙәре хужалары  Монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәткә ошо хаҡта  килешеү тураһында проект ебәргән. Проект килешеүендә  теүәл  исемлек  юҡ. Был «кәрзин»де һәр сауҙа компанияһы үҙе билдәләй. Социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ -түлеккә - икмәк, һөт һәм һөт продукттары, ит,  балыҡ , ҡайһы бер ярмалар,шәкәр, картуф һәм башҡалар  инә.
Аҡса еткерә алмауҙан ҡала  халҡы сәйҙе һөтһөҙ эсә, ашты итһеҙ генә бешерә башлаһа.. Был милләтең һаулығында сағыласаҡ. Депутаттар уны алдан ҡайғырта. Бөгөн, мәҫәлән,  улар Өфө ҡалаһындағы шифалы  үләндәр менән һатыу итеүсе ойошмаға  рейдҡа сыҡты.  
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аҙыҡ-түлек һәм тауарҙарҙы тикшереү буйынса эшсе төркөмө шифалы үләндәр һаҡланған келәттәрҙе ҡараны. Үлән төнәтмәһенән ауыҙ итте. Улар ситтән килтерелгәне урынына үҙебеҙҙә йыйылған, үҙебеҙҙә ҡаптарға төрөлгән үлән сәйе эсергә өндәй.
Әлбиттә, халҡыбыҙ  электән тәбиғәт биргән менән көн иткән. Кишерҙе киптереп тә сәй итеп эскәндәр. Ә барыһын да йылтыр ҡапта магазиндан һатып алып йәшәргә күнегеп өгөргән кешеләр кире   элеккесә йәшәргә әҙер түгел, ахыры.
Аҙыҡ-түлек менән һатыу итеүселәр менән бер рәттән ҡайһы бер дарыухана  селтәрҙәре лә  йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим дарыуҙарға  хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап торорға  тәҡдим индергән. Ҡулланыусы арзанырағын  һайлай.  Ике ай тирәһе  көн һайын һатып ала торған аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙарҙың хаҡы тотороҡло һаҡланыр тип өмөтләнергә ҡала.    
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку