Социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса беренсе форумдың икенсе көнө Өфөлә дауам итә 12.02.2016

Республика  кимәлендә генә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, йыйынға төрлө ҡалаларҙан белгестәр, социаль эшҡыуарҙар саҡырылған. Бөгөн улар буласаҡ коллегаларына консультациялар уҙғарҙы.

Хөкүмәт социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ниндәй генә уңайлыҡтар тыуҙырмаһын, бизнестың яңы башланған төрө күп һорауҙар тыуҙыра. Был өлкәлә тәжрибәһе булған йүнселдәрҙән кәңәш алмай тороп хаталар яһау мөмкин, ти белгестәр. Семинарҙа эшҡыуарҙар әҙерләүҙе системалаштырыу кәрәклеге лә билдәләнде. Хәҙер бизнесмендарҙы уҡытыу өлкән синыфтарҙа уҡ башланыуы ихтимал.
Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе:«Һәр кем үҙ-үҙенә эшләргә теләр ине. Ләкин эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге ҡатмарлыҡтар, хоҡуҡи нескәлектәр кешеләрҙе бер аҙ өркөтә. Әгәр беҙ бизнесты үҫтерергә теләйбеҙ икән, халыҡтың ҡарашын үҙгәртеү, уҡытыу менән дә шөғөллләнергә тейешбеҙ. Был эште йәштән үк, хатта өлкән синыфтарҙан башларға тәҡдим итәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика