Социаль эшҡыуарлыҡҡа бер аҙым

Социаль эшҡыуарлыҡҡа бер аҙым  11.02.2016

Өфөлә социаль ярҙам хеҙмәте эшләй. Былтыр йәй асылған ойошма ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡҡа сифатлы хеҙмәт күрһәтергә өлгөргән. Ошо йүнәлештәге эшҡыуарҙар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конкурсында улар беренсе урынға лайыҡ булған. Офис бүлмәһендә өс кеше эшләй. Социаль хеҙмәт бөтә республика буйлап  күрһәтелә. Әле ойошманың  ауырыу кешеләргә ярҙам күрһәтеүсе 170 хеҙмәткәре бар.  

Әлфиә Ғәлиуллина, социаль хеҙмәт күрһәтеүсе ойошма етәксеһе: «Ауырыуҙы ҡараусыны заказ биреүселәрҙең теләгенә ҡарап  һайлайбыҙ. Күптәргә медицина белеме булған кеше кәрәк. Тейешле урынға хеҙмәткәребеҙҙе ебәреп кенә ҡалмайбыҙ,  эшен дә күҙәтәбеҙ».
Ойошма хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттә, оло йәштәгеләр. Улар хаҡлы ялға сыҡҡас өйҙә  ултырыуҙы өнәмәй, сирлеләргә, түшәктә ятыусыларға  төрлө ярҙам  күрһәтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку