«Сода» йәмғиәте өсөн альтернатив ятҡылыҡ үҙләштереү тәҡдимен федераль үҙәк хуплап сығыш яһаны

«Сода» йәмғиәте өсөн альтернатив ятҡылыҡ үҙләштереү тәҡдимен федераль үҙәк  хуплап сығыш яһаны 02.12.2015

Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич  киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

Күләмле сара  Түбәнге Новгородта уҙҙы. Тулы хоҡуҡлы вәкил билдәләүенсә,  әлеге ваҡытта альтернатив  сеймал базаһын һайлау буйынса ҙур эш башҡарыла. «Беҙ халыҡтың фекерен, Торатауға мөнәсәбәтен беләбеҙ. Әммә сәнәғәт предприятиеһының  да проблемаһын аңлау мөһим», - тине тулы хоҡуҡлы вәкил.
Торатауҙан 37 саҡырымда алыҫлыҡта  Ғүмәр эзбиз ятҡылығы урынлашҡан. Геологтар ундағы сеймал күләмен яҡынса 200 миллион тонна менән баһаланы.  
Сеймал  ятҡылығы Ғүмәр ауыл биләмәһенән бер саҡырым алыҫтыҡта урынлашҡан. Экология нормалары халыҡ йәшәгән урында  500 метр  арала эш алып барырға рөхсәт итә. Шуға ла барлыҡ талаптар теүәл үтәлә тигән фекерҙә белгестәр.
Ғүмәр ауылынан 4 саҡырым самаһы алыҫлыҡта, Егән мәмерйәһе урынлашҡан. Эзбез сығарыу был тәбиғәт ҡомартҡыһына ла зарар килтермәйәсәк тип билдәләй белгестәр. Бужатау ятҡылығын үҙләштереү әле планға бөтөнләй индерелмәгән.
Яңы ятҡылыҡта эш башланыуы төбәк инфраструктураһы үҫешенә лә этәргес бирергә тейеш. Юлдар һалынасаҡ. Урындағы халыҡҡа яңы эш урындары ла вәғәҙә ителә.
Альтернатив ятҡылыҡ Башҡортостандың тәбиғәт ынйыһы тип танылған Шихан тауҙарын һәм Торатыуҙы киләһе быуындарға еткереү өсөн дә мөмкинлек бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку