Сит илдәрҙән индерелгән нефть газ ҡоролмаларын  алмаштырыу өсөн 170 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ 23.11.2015

Был турала бөгөн Рәсәйҙең сауҙа һәм сәнәғәт министры Денис Мантуров Өфөлә үткән кәңәшмәлә белдерҙе.    Осрашыуҙа яғыулыҡ-энергетика комплексында импортты алмаштырыу  буйынса проблемалар ҡаралды.  Фекер алышыуҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.  Ҡунаҡтар шулай уҡ  башҡалалағы «Уралтехнострой» предприятиеһында ла булды.  

Уралтехнострой предприятиеһында  нефть һәм газ сәнғәте өсөн үҙенсәлекле ҡоролмалар етештерелә.   Сөнки  инженерҙар  һәр заказды  ятҡылыҡтарҙағы   шарттарҙы иҫәпкә алып эшләй.   Ҡоролмаларҙың хаҡы сит ил аналогтары менән сағыштырғанда ике-өс тапҡырға арзаныраҡ.
Ҡунаҡтар нефть һәм газ тармағында ҡулланылған  ҡоролмалар етештереү цехын ҡарап сыҡты. Бында яғыулыҡ-энергетика  комплексында импортты алмаштырыу буйынса бер нисә проект тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта эште тотҡарлаусы проблемалар ҙа бар. Рәсәйҙең ҡеүәтле предприятиелары заказдар өсөн  ваҡытында иҫәпләшмәй,  аҡсаны ике-өс ай көтөргә тура килә, алдан аванс  индереү системаһы ла  юҡ.
Һөҙөмтәлә предприятие заказдарҙы үҙ иҫәбенә эшләргә мәжбүр,  ә был  үҫешкә ҡамасаулай, заманса технологияларҙы индереү яй бара.
Импортты алмаштырыу буйынса һөйләшеү артабан Конгресс холл бинаһында үткән кәңәшмәлә дауам итте. Унда билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта Ил Хөкүмәте тарафынан импортты алмаштырыу буйынса 2 тиҫтәнән ашыу маҡсатлы программа ҡабул ителгән, быйылдан сәнәғәтте үҫтереү фонды эшләй, уның капиталы 20 миллиард һум.  Әммә  предприятиелар был программаларҙа ҡатнашыу, финанслау алыу нескәлектәрен белеп бөтмәй. Йәғни документтарҙы тейешле кимәлдә дөрөҫ итеп әҙерләй белмәй. Шуға күрә төбәк етәкселәренә  предприятиеларға консультатив ярҙам  күрһәтергә ҡушылды.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры  денис Мантуров билдәләүенсә,  илдең яғыулыҡ-энергетика  тармағында  импортты алмаштырыу өсөн   170 миллиард һум аҡса бүленсәк.  Төп проекттарҙы тормошҡа ашырыу  өсөн махсус инвестиция контракттары механизмын ҡулланыу ҡарала.
Яғыулыҡ-энергетика комплексында импортты алмаштырыу  мәсьәләһе Башҡортостан өсөн дә бик мөһим, сөнки Республика сәнәғәт  ныҡлы үҙешкән төбәктәрҙең береһе.  Әле төбәктә  предприятиеларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген нығытыу өсөн кластер төҙөлгән.
Ултыршта билдәләнеүенсә, бөгөн импортты алмаштырыуҙың тәүге этабы тамам тип әйтергә мөмкин. Ихтыяж асыҡланған, аныҡ программалар, проекттар бар, эш йүнәлештәре билдәләнгән. Хәҙер уларҙы ғәмәлгә ашырыу, фән үҫтереү, белгестәр менән бәйле  проблемаларҙы хәл итеү мотлаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика