«Система» акционерҙар финанс корпорацияһы 136 миллиард һум түләргә тейеш

«Система» акционерҙар финанс корпорацияһы  136 миллиард һум түләргә тейеш 23.08.2017

Суд Роснефттең дәғүәһен хупланы. Бөгөн Башҡортостан арбитраж судында был эш буйынса  сираттағы ултырыш үтте. Дәғүә белдереүселәр «Башнефть» компанияһына зыян килтереүҙә ғәйепләп 170 миллиард һум талап иткәйне.

«Система» вәкилдәре бөгөн дә эште ҡарауҙы кисектереп тороу теләге менән сығыш яһағайны, әммә суд уларҙың мөрәжәғәтен кире ҡаҡты. Суд ултырышы  ете сәғәт самаһы дауам итте, артабан мәхкәмә ҡарар ҡабул итеү бүлмәһендә юлланды. Бер аҙҙан дәғүә һөҙөмтәһе иғлан ителде. Уға ярашлы Роснефть компанияһы файҙаһына «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы 136 миллиард һум түләргә бурыслы. Был дәғүәселәр талап иткән аҡсанан әҙерәк. Әммә яуап тотоусылар суд ҡарары менән килешмәүҙәрен белдерҙе һәм аппеляцияға бирәсәктәрен дә йәшермәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку