Сираттағы финанс пирамиданың виртуаль тормошо оҙаҡҡа барманы

Сираттағы финанс пирамиданың виртуаль тормошо оҙаҡҡа барманы 29.03.2017

Халыҡты юғары процентҡа аҡса һалырға саҡырған «Древпром-онлайн»дың эшмәкәрлеге яңыраҡ хоҡуҡ һағындағылар тарафынан туҡтатылды. Еңел аҡса артынан ҡыуыусыларға был фирма исеме 2012-2014 йылдарҙан уҡ таныш. Ул ваҡытта финанс ойошманан һигеҙ меңгә яҡын кеше зыян күрә. «Древпром»ды ойоштороусылар ҡулға алыныуға ҡарамаҫтан, күп тә үтмәй виртуаль мутлашыусылар барлыҡҡа килә. Халыҡты алдауҙа улар яңынан-яңы алымдар ҡуллана.

Динара Зөлҡәрнәева тормош иптәше менән бергә өс йыл элек финанс пирамидаға ҡушылып бурысҡа бата. «Древпром» ҡапҡанына эләгер алдынан ғаиләнең яңы тимер ат өсөн  750 мең һумлыҡ кредиты була. Тик күп тә үтмәй айлыҡ түләүҙәр менән тотҡарлыҡтар башлана. Йәштәр оҙаҡ уйлап тормай, ул ваҡытта сағыу реклама өгөтләүҙәре менән үҙенә арбаған ойошма хеҙмәткәрҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Дөйөм кредит суммаһының 25 процентын түләгәндә, уларға банкҡа булған бурысты ай һайын ҡаплап барырға вәғәҙәләйҙәр. Һөҙөмтәлә хәҙер аҡса ла,автомобиль дә юҡ.
«Древпром» арҡаһында Динара Зөлҡәрнәеваның елкәһенә  өс йөҙ мең һумлыҡ өҫтәмә бурыс ята. Әммә ойошманың финанс пирамида булыуы иҫбатланып, ойоштороусылары ҡулға алынғас та, ғаилә аҡсаларын кире ҡайтарырға ашыҡмай. Кредиттарын яңынан үҙҙәре түләй башлай. Ә күпме кеше шулай уҡ алданыуы хаҡында өндәшмәй, бәләһе менән яңғыҙы ғына тороп ҡала?! «Улар меңдәрсә кеше булыуы ихтимал»,-ти белгестәр. Компанияның эшмәкәрлеге күптән үк туҡтатылыуға ҡарамаҫтан, былтыр йыл аҙағында алданыусыларға сәйер смс-хәбәрҙәр килә башлай. «Кредитығыҙҙы ҡаплайбыҙ» тигән яҙыу аҫтында рәсми сайт адресы ла була. Билдәле булыуынса, ул Бөйөк Британияла теркәлгән. «Древпром онлайн» яңы ҡорбандарын эҙләп, юғары процентҡа аҡса һалырға тәҡдим итә. Халыҡтың ышанысын яулар өсөн хәйләкәр алымдар ҡулланыла.
Шулай ҙа виртуаль мутлашыусыларҙың сәйер эшмәкәрлеге оҙаҡҡа бармай. Полиция хеҙмәткәрҙәре юғары килем вәғәҙәләүсе сайтты яба, был «Древпром-онлайн»ға аҡсаһын индереп өлгөрөүселәр тағы ла отолдо тигән һүҙ.
Гөлназ Әбүзәрова, Рәсәйҙең милли банкы төбәк бүлексәһе белгесе: «Граждандарҙы бындай финанс ойошмаларҙан һаҡ булырға саҡырабыҙ. Улар килешеү буйынса ла кредит түләүҙәрен намыҫһыҙ башҡарыуы ихтимал. Был хәүефле, сөнки артабан кредитор, йәғни банк заемсыға юғары талаптар ҡуйып, уға ҡарата санкциялар ҡулланыуы ихтимал».
Тәүге «Древпром» ғына халыҡты ярты миллиард һумға алдай, кем белә, бәлки, интернет киңлектәрендә был финанс юғалтыуҙар суммаһы тағы ла юғарыраҡтыр.
Әлегә «Древпром-Онлайн»дан күпме кеше зыян күреүе билдәһеҙ. Әммә шуныһы асыҡ - еңел аҡса артынан ҡыуыу өс йыл элек кеүек күңелһеҙ тамамланды. Белгестәр илдә иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ булғанда финанс пирамидаларҙың ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек артыуын билдәләй. Шуға уяуыраҡ булайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика