Силәбе өлкәһенең эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Силәбе өлкәһенең эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер 29.08.2017

Был турала ошо көндәрҙә Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында үткән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында әйтелде. Осрашыуҙа Башҡортостандың төбәктәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин республика иҡтисады менән таныштырҙы.

«Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһы  вәкилдәре  бындай сараларҙы даими үткәрергә ниәтләй. Фекер алышыуҙа билдәләнеүенсә, үҙ-ара хеҙмәттәшлек күрше төбәктәр  эшҡыуарҙарын тағы ла яҡынайтыр, эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар һаны артыуға килтерер ине.
Вера Соколова, «Уңыш» эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе: «Беҙгә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек бик оҡшай. Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ һәм бизнес» ассоциацияһы ойошторған форумда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Әхирәттәребеҙ менән  форумда һәм эш урындарында ла осраштыҡ. Һәр тарафта республика Хөкүмәтенең эшҡыуарлыҡ тармағына, айырыуса эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар бизнесына хәстәрлекле ҡарашын тойҙоҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку