Сифатлы тауарға сит ил предприятиелары ла ҡыҙыға

Сифатлы тауарға сит ил предприятиелары ла ҡыҙыға 09.08.2016

Учалыла Санкт-Петербург инвесторы ярҙамында тау-байыҡтырыу производстволары өсөн ҡорамалдар етештереү һәм монтаж эшләү яйға һалынған. 2011 йылда ғына урындағы «РИВЗ» машиналар төҙөү заводын модернизациялау өсөн 180 миллион һумлыҡ матди ярҙам килә,  инвестициялар күләме әле лә  кәмемәй. Яҡын киләсәктә заводта юғары технологиялы тикшереү лабораториялары асыу планлаштырылған.  

Заманса ҡорамалдар эш процесын еңеләйтеп кенә ҡалмай, буласаҡ продукцияның формаһын да һәр миллиметрына тиклем теүәл ҡырҡыу мөмкинлеге бирә. Быйыл "РИВЗ" машиналар төҙөү заводында етештерелгән продукцияға заказдар күп, быға цех хеҙмәткәрҙәре лә ҡыуана. Ойошмала унынсы йыл  слесарь булып эшләүсе Илгиз Мәғәфүров әйтеүенсә, Халыҡ-ара кимәлдә һорау менән ҡулланылған тауарҙар сығарыу предприятиеның  үҫеш юлында булыуына ишара.  
Ә бит башта завод  банкротлыҡ хәлендә тип таныла. Биш йыл элек Санкт-Петербург инвесторы, республика властары ярҙамында ғына бында ыңғай үҙгәрештәр башлана. Элек буш торған емерек биналар төҙөкләндерелә, яңы станоктар һатып алына, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә.
Продукция етештереүҙең аҙаҡҡы этабы ошо буяу участкаһында башҡарыла. Өс йыл элек булдырылған майҙансыҡта барлығы ете кеше эшләй. Бында башта тимерҙең өҫкө ҡатламын ныҡлы таҙарталар, артабан буяу-киптереү участкаһына ебәрәләр. Ни тиһәң дә, сифатлы тауарҙың тышҡы яғы ла Европа стандарттарына тура килергә тейеш.
Заказдарҙың күп өлөшө сит илдәрҙән булыуы ла яҡшы күрһәткес. Уҙған йома ғына өс фура продукция Санкт-Петербургҡа, артабан Вьетнамға оҙатыла. Быйыл предприятие, илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡҡа  бәйле,  эшләү концепцияһын да үҙгәртә. Урындағы етәкселек, хәҙер экспорт менән шөғөлләнеү күпкә отошлораҡ, тигән ҡарашта .
Учалыға Санкт-Петербургтағы баш предприятиенан да  станоктар күсереү күҙаллана. Был етештереү күләмен бер ни тиклем арттырасаҡ. Әлегә заводтың буш торған биналары төҙөкләндерелә. Яңы майҙандар үҙләштерелә. Инвестициялар һәр ваҡыттағыса маҡсатлы тотонола.
Предприятие «Сифатлы тауар заманса биналарҙа етештерелергә тейеш» тигән девиз аҫтында эшләй. Уңыш нигеҙе иһә юғары квалификациялы кадрҙарҙа.  Әйткәндәй, завод етәкселеге алдағы биш йылда Европа кимәлендәге продукция етештереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку