Сибайҙар тәүгеләрҙән булып авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү программаһын тамамлай

Сибайҙар тәүгеләрҙән булып авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү программаһын тамамлай 10.08.2016

Әле ҡалала һуңғы өс йорт төҙөлә. Йыл аҙағына тиклем программаға ингән бар  ғаиләләр ҙә яңы фатирға күсәсәк, тип ышандыра төҙөүселәр. Ҡалала  өс йыл эсендә генә иллегә яҡын йорт төҙөлгән, ике меңгә яҡын кеше яңы торлаҡ туйлаған.  

Йорт, әйтерһең дә, кәрттән төҙөлгән. Диуарҙар төртһәң таралырға ғына тора.  Фатир хужалары хәҙер  үҙ өйөндә  ныҡлап баҫып йөрөргә лә ҡурҡа. Ванна бүлмәһендә түбә ишелеп  төшкәс үҙҙәрен ҡапҡан телендә йөрөгән кеүек хис итә башлаған.
Фатир хужаларын бында яңы торлаҡҡа күсеү өмөтө генә тота. Тиҙҙән улар, авария хәлендәге йортарҙа   йәшәүселәрҙе күсереү программаһына ярашлы төҙөлгән ,яңы өйҙәргә күсәсәк. Иҫке фатирҙарҙа әле ни бары етмеш кеше генә ҡалған. Мең алты йөҙҙән ашыуы йорт туйлаған да инде.  Сәймә Әҙһәмова яңы фатирға тәүгеләрҙән булып күсеүсе бәхетле хужаларҙың береһе. Бар уңайлыҡтары булған  иркен торлаҡта тормош та яңырғандай булды, ти 76 йәшлек ханым.
Ошондай бәхетле ғаиләләрҙән Сибайҙа тотош кварталдар барлыҡҡа килгән.  2012 йылдан башлап ҡалала 84 дүрт иҫке йорт һүтелеп урынына заманса торлаҡ  комплекстары ҡалҡып сыҡҡан.  
Сибайҙар авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү программаһын республикала тәүгеләрҙән булып тамамлай. Уны тормошҡа ашырыу өсөн бер миллиардтан ашыу аҡса тотонолған.
Төҙөүселәр бер юлы  тотош инфраструктураны ла яңырта бара. Йорттар менән бер рәттән юлдар, ихаталар төҙөкләндерелә. Һәр торлаҡ алдында балалар майҙансыҡтары  барлыҡҡа килә. Сибай яңы һулыш ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку