Сибайҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан  күсереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу тамамланыу алдында 25.02.2017

Яңыраҡ ун ике ғаилә асҡыс алып,  яңы фатирҙа йәшәй башланы. Март аҙағына тиклем Островский урамында  ике йортто файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Тағы ла тиҫтәнән ашыу кеше өй туйлаясаҡ. Сибайҙа программаны ғәмәлгә индереү өсөн яҡынса 1 миллиард һум аҡса тотонола.

Финанс сығымдар республика, ҡала хакимиәте бюджетынан һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу фондынан килә. Был аҡсаға  700-ән ашыу фатир һатып алына. Кеше ғүмерҙәре өсөн хәүефле тип танылған йәшәү урындарынан ике меңгә яҡын кеше күсенә.
Илфат Сафин, Сибай ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Финанс яҡтан тотҡарлыҡтар булманы. Подрядсы ойошмалар, төҙөүселәр ярҙамында программаны ваҡытында  атҡарып сыға алдыҡ. Төҙөлөштөң  дүрт этабында ла иҫкәрмәләр күҙәтелмәне».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика