Шырпыны һаҡсыл ҡулланып та экономиялап була

Шырпыны һаҡсыл ҡулланып та экономиялап була 13.02.2015

Энергияны беҙ саманан тыш тәләфләйбеҙ. Үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда Рәсәйҙә экономия юҡ кимәлендә. Рөстәм Хәмитов республикала энергоресурстарҙы һөҙөмтәле  ҡулланыу темаһына арналған кәңәшмәлә сығыш яһап халыҡты һаҡсылыраҡ булырға саҡырҙы.

Юғиһә, социаль һорау алыуҙар һөҙөмтәләре ҡыуанырлыҡ түгел. Мәҫәлән , үҫешкән илдәрҙә халыҡтың 90 проценттан ашыуы энергия сығанаҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәнән килә, тип яуаплаһа, беҙҙең илдә респонденттарҙың 7 проценты ғына бының менән килешкән. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, иҡтисад өлкәһендә ҡатмарлыҡтар булған осорҙа һәр киловатт һәм гигаколороийҙар өсөн көрәш булырға тейеш. Илдә коммуникацияларҙың иҫкереүе лә йылылыҡ һәм башҡа энергияны елгә осора. Биналарҙың сифаты насар булыуы арҡаһында торбалалар урамлы йылыта, ә лампалар көндө яҡтырта. Кәңәшмәлә һәр район етәксеклегенә һәм предприятиеға энергияны экономиялау тураһында эш планы әҙерләргә ҡушылды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку