Шаран районында юлдар төҙөкләндерелә

Шаран районында юлдар төҙөкләндерелә 26.07.2017

Ошо көндәрҙә районда Наратаҫты - Баҙғыя ауылдары араһындағы юлға асфальт һалыу тамамлана.  4 километр арауыҡтағы юл урындағы юл -ремонт төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән ремонтланған.

Идаралыҡтың үҙенең асфальт бетон заводы булыуы ла эште ырата. Асфальт сығарыуҙа 5 кеше эшләй. Етештерелгән ҡатнашманың сифаты махсус  лабораторияла тикшерелә.  Былтырғы миҙгелдә эшселдәр 14 мең  тонна асфальт сығарһа, быйыл йәй уртаһына был күрһәткестең яртыһы етештерелгән дә инде. Әлеге ваҡытта эшселәр юл ситтәренә ҡырсынташ түшәү менән мәшғүл. Йәй айҙарында шулай уҡ Шаран - Яңы Балтас - Андревка юлының бер километр арауығын төҙөкләндерергә иҫәп тоталар. Шаран юлсылары  ҡараған Туймазы юл-ремонт төҙөлөш идаралығы етәкселеге эш күләме ҙур булыуға шат, зарланырға урын юҡ тиҙәр улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку