Шанхайҙа БРИКС илдәренең яңы үҫеш банкы эшләй башланы

Шанхайҙа БРИКС илдәренең яңы үҫеш банкы эшләй башланы 22.07.2015

Бер йыл элек Бразилияла үткән саммит ваҡытында донъя кимәлендәге финанс ойошма төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.

Күптән түгел Өфөлә банк идарасылары советының беренсе ултырышы үтте. Әйтергә кәрәк, был учреждение Бөтә донъя банкы менән  халыҡ-ара валюта фондына конкурентлыҡ тыуҙырырға тейеш. Яңы үҫеш банкының устав капиталы 100 миллиард доллар. Ҡытай дөйөм ҡаҙнаға 41 миллиард, Рәсәй, Һиндостан, Бразилия  18-шәр,  Көньяҡ Африка республикаһы 5 миллиард доллар индерәсәк. Тағы ла 100 миллиард доллар  валюталар пулына ҡарай. Структураның төп маҡсаты  берлектәге транспорт һәм энергетика  инфраструктураһы проекттарын финанслауға йүнәлтеләсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку