Шәхси һаҡ хеҙмәте берләшергә тейеш 29.10.2015

Шул рәүешле  уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин. Баш ҡалала хәҙерге  шарттарҙа хәүефһеҙлек системаһы хәле һәм үҫеше барланды. Икенсе халыҡ-ара конференцияға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән шәхси һаҡ хеҙмәте белгестәре йыйылды.

Әле Рәсәйҙә 23 меңдән ашыу шәхси һаҡ хеҙмәте,  янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе 50 мең предприятие иҫәпләнә. Техник һәм мәғлүмәти именлек ойошмаларын һанап бөткөһөҙ. Йәмғеһе дәүләт ҡарамағында булмаған һаҡ хеҙмәтендә өс миллиондан ашыу кеше эшләй. Уларҙың һәр береһе үҙаллы эшмәкәрлек алып бара. Хәҙерге заман шарттарында айырым эш итеү һөҙөмтәһеҙ, ти белгестәр. Хәүефһеҙлек тәьмин итеүселәр берләшеп көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә иҫәп тота.
Виктор Ананьев,  хәүефһеҙлек проблемалары һәм тотороҡло үҫеш институтының  бойондороҡһоҙ фәнни фонды директоры: «Өс мииллионлыҡ армияны берләштереп беҙ идара итеү эшен камиллаштырырырға иҫәп тотабыҙ. Берҙәм хеҙмәттең үҫеш мөмкинлектәре лә юғарыраҡ, барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә еңелерәк. Көстәрҙе бер йоҙроҡҡа йыйып беҙ милли, ижтимағи хәүефһеҙлекте, илдең оборона ҡеүәтен көсәйтә алабыҙ. Икенсенән күмәк фекергә ҡолаҡ та һалалар».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика