Сауҙа кәштәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға ҙур урын бирелергә тейеш 25.03.2015

Улар ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда күпкә сифатлырыҡ. Яҡшы, файҙалы, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй тауарҙар тәҡдим иткән йорт алдындағы бәләкәй магазиндарҙы  Өфөлә ҡала проекттары фонды  аҙыҡ-түлек тип аталған  бренд ярҙамында яҡларға теләй.

Алдынғы илдәрҙә аҙыҡ-түлек бренды күптән булдырылған. Испанияла сусҡа итенән әҙерләнгән хамон, Италияла төрлө макарондар һәм һуған ҡушып бешерелгән чиабатта икмәге. Американың визит карточкаһы - гамбургерҙар һәм  ҡыҙҙырылған тауыҡ ҡанаттары... Беҙҙә күптән түгел теркәлгән «аҙыҡ-түлек» бренды бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе сауҙагәрҙәр араһында төрлө имеш-мимештәр тыуҙыра. Бындай бренд сауҙа процессына нисек йоғонто яһай? Уның ыңғай һәм кире яҡтарын тикшергәндә нимәгә иғтибар итергә?
Аҙыҡ-түлек проектының менеджеры - Иван Киреев көндәлек ашамлыҡтар һатҡан өй тирәһендәге магазиндар атамаһын бренд кимәленә күтәреү - бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе берләштереү маҡсатында эшләнелде. Ул бер нисек тә тәүмаҡсат булып тормай. Бындай магазиндарҙа ҡәҙимге ассортимент, һәр кеше үҙе күнеккән тауарҙы һатып ала, әммә яңылары ла инҡар ителмәй, тип белдерә.
Иван Киреев, «аҙыҡ-түлек» бренды  проекты менеджеры: «Был проект урындағы тауар етештереүсегә ҡулайлаша. Уларҙың  федераль етештереүселәргә ҡарата , киң супермаркеттар селтәренә конкурентлығын үҫтереү төп йүнәлештәрҙең береһе».
«Аҙыҡ –түлек» бренды ҡала проекттарын үҫтереү фонды менән берлектә тормошҡа ашырыла. Был процесҡа тәжрибәле белгестәр йәлеп ителгән. Улар беҙҙең шөғөл бәләкәй магазиндарҙан аҡса йыйыуға ҡоролмаясаҡ, аҡсаны тауар әйләнеше артыуынана сығып  етештереүсе түләйәсәк. Бындай юл етештереүселәрҙе һәм магазиндарҙы бер исем аҫтына берләштерәсәк , тип белдерә
Виталий Пилипчук, ҡала проекттарын үҫтереү фонды директоры: «Баш ҡалалағы был яңы башланғысты бөтә республика күтәреп алды. Уны тормошҡа ашырыуға  белмле һәм төплө белгестәр йәлеп ителгән».
Илдус Хәмиҙуллин - унға яҡын бәләкәй магазин хужаһы. Уны Өфөнөң 2500-ҙән ашыу бәләкәй магазинын берләштереү идеяһы ғәжәпләндермәне. «Аҙыҡ-түлек» бренды аҫтында эшләүгә ул ҡаршы түгел.
Көрсөк шарттарында эшҡыуарҙарҙың берләшеү теләге тәбиғи. Ә хоҡуҡ күҙлектән ҡарағанда, аҙыҡ-түлек магазинын брендҡа әйләндереү нигеҙлеме?
Валерий Шәрипов, Башҡортостандың финанс омбудсмены: «Тауар билдәһе яңылыҡ индерергә, был исемде  ошоға тиклем бер кем дә ҡулланмаған булырға тейеш. Магазиндар ҡулланған һүҙбәйләнеште роспатент ыңғай баһаламаясаҡ. «Аҙыҡ-түлек» һүҙбәйләнешен ҡулланған бренд перспективаһыҙ тип уйлайым».
«Аҙыҡ-түлек» проектын бренд булараҡ күтәреүсе баш ҡала проекттарын үҫтереү фондының   етештереүселәрҙе берләштереү, конкурентлыҡты үҫтереү  теләге изге булған осраҡта,хоҡуҡи даирәнән тайпылырға   ярамай.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика