Санкциялар үҙ һөҙөмтәһен бирә

Санкциялар үҙ һөҙөмтәһен бирә 30.10.2014

Евросоюздың төрлө сикләүҙәренә яуап итеп Рәсәйгә ҡайһы бер сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыуҙары үҙебеҙҙә етештереү ҡеүәтен арттырҙы. Республиканың «Рощинский» совхозын миҫалға алғанда ғына ла хужалыҡтың ит һәм һөт продукциялары сауҙа әйләнешендә төп урынды биләй.

Европа стандарттарына ярашлы йыһазландырылған ҡоролма эште күпкә еңеләйтә. Һауынсылар фермаға байрамға барғандай килә. Бөтә ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип. Һөттөң  бер тамсыһы ла әрәм булмай. Ул махсус ҡоролмалар аша 20 тоннаға һыйҙырышлы һауыттарға ебәрелеп, шунда уҡ һыуытыла. Көнөнә бер һыйырҙан уртаса 20 литрға яҡын һөт һауып алына.
Продукцияны етештереү, эшкәртеү,  сауҙаға сығарыу совхоздың төп эш йүнәлештәренең береһе. Бер юлы өс эште башҡарыу хужалыҡ өсөн мәшәҡәт тыуҙырмай. Аграрийҙар республика халҡын  сифатлы һөт менән тәьмин итә. Әлеге ваҡытта совхозда ете йөҙгә яҡын һыйыр малы иҫәпләнә. Киләсәктә хужалыҡ уларҙы мең ярымға еткерергә иҫәп тота.
«Рощинский» совхозы  сусҡасылыҡ тармағы буйынса ла ныҡлы үҫешкән. Барлығы 54 меңләп сусҡа иҫәпләнә. Киләсәктә предприятие коплекстың етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй.
Ҡасандыр, төрлө илдәрҙән ағылған арзан ризыҡтар сауҙа кәштәләрендә ныҡлап урын алғанда, ерлектәге сифатлы продукция ситтә ҡала ине. "Донъя алмаш килә", тигәндәй, санкцияларҙың ҡабул ителеүе үҙ һөҙөмтәһен бирә башланы. Ит етештереү цехы тәүлек әйләнәһенә туҡтамай эшләй.
Сосиска, сарделька һәм башҡалар. Был цехта әҙер продукция һаҡлана. Көнөнә генә 6 тонналап ярымфабрикат, 12 тоннаға яҡын тиҫтәләрсә төрҙә колбаса оҙатыла.
Ә иһә «Рощинский»ҙың хәләл продукцияһы айырым бер цехта әҙерләнә. Хужалыҡ 24 төр хәләл колбаса, билмән, манты кеүек ризыҡтар етештерә. Әммә сауҙа селтәрҙәренә үтеп инеү еңелдән бирелмәй.
Оксана Алексеева, «Рощинский» совхозының коммерция буйынса директор урынбаҫары: «Ҡабул ителгән санкция талаптарына ярашлы, беҙ республика халҡын сифатлы продукция менән тәьмин итерҙәй ассортиментҡа эйәбеҙ. Аҙыҡ-түлек төрҙәрен тағы ла киңәйтерлек мөмкинлегебеҙ  бар. Әммә магазин селтәрҙәренә инеү өсөн юғары хаҡтар кәртә булып тора».
Санкцияларҙың ҡабул ителеүе урындағы предприятие эшен яйға һала. Ватан етештереүселәре продукция күләмен арттырғанда, эмбарго исемлегенә ингән илдәр зыян күләмен иҫәпләй. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Эстонияның ауыл хужалығы кисергән зыян күләме генә 150 миллион һумға барып баҫҡан.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку