Санкциялар ҡамасауламай 13.01.2016

Башҡорт балы Американы яулай. Бөгөн Республиканың умартасылыҡ  һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренү институты Америка Ҡушма Штаттарына 18 тоннанан ашыу татлы ризыҡ оҙатты.

Америка Ҡушма Штаттары башҡорт балына заказ бирер алдынан Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге продукцияны тәмләп ҡараған, төрлө зарарлы ҡатнашмаларға, антибиотиктарға тикшереү үткәргән. Оҙайлы һынауҙан һуң Башҡортостан балы иң юғары сифатлыһы тип табылған.   Республика белгестәре әйтеүенсә, беҙҙең продукция экологик яҡтан таҙа  булыуы менән айырыла. Америкаға  оҙатылған бал  тиҫтәгә яҡын райондан килтерелгән. Хеҙмәттәшлектең киңәйеүе республика өсөн дә, умартасыларға ла отошло, ти  институт етәкселеге. Берҙән  республиканың донъя кимәлендә даны арта, икенсенән,  умартасыларға табыш килә. Контракт оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән, киләһе партияла ҡарабойҙай балы оҙатыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика