Санкт-Петербургта ғәмәлдәге таможня генералдарын судҡа биргәндәр

Санкт-Петербургта ғәмәлдәге таможня генералдарын судҡа биргәндәр 03.10.2016

Федераль таможня хеҙмәтенең Беларусь Республикаһындағы вәкиллеге башлығы Нәзип Ғәликәев һәм уның урынбаҫары Юрий Лямкин мутлашыуҙа ғәйепләнә. Фонтанка ру порталы хәбәр итеүенсә,  Петербургта эшләгән ваҡытта   Нәзип Ғәликәевҡа бизнес-кластағы яңы йорттан  110 квадрат метр майҙанлы фатир бирелә. Уның хаҡы 22 миллион һум күләмендә баһалана. Икенсе дәүләткә эшкә ебәрелер алдынан ул үҙенең урынбаҫарын дәүләт фатирын шәхси ҡулланыуға күсерергә ҡуша.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Нәзип Ғәликәев 2009-сы йылға тиклем Башҡортостан таможняһын етәкләне. Ғәйептәре иҫбатланған осраҡта таможня генералдарына ун йылға тиклем иректәренән мәхрүм ителеү янай.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку