Санкт-Петербургта асылған халыҡ-ара иҡтисади форум дауам итә

Санкт-Петербургта асылған халыҡ-ара иҡтисади форум дауам итә 24.05.2014

Күләмле сарала Республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Күләмле сарала Республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Башҡортостан Президенты Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендә уҙған
«Үҙгәрештәр осоронда ышанысты нығытыу» тип аталған пленар ултырышта, «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы - иҡтисади һәм эшлекле бәйләнеш» панель сессияһында ҡатнашты. Генераль секретарь Дмитрий Мезенцев уҙғарған фекер алышыуға ойошмаға ингән ил вәкилдәре йыйылды. Осрашыуҙа Дмитрий Мезенцев 2015-се йылда уҙасаҡ Дәүләт башлыҡтары советы ултырышы Өфөлә уҙасағын белдерҙе. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы яңы кимәлгә сыға, шуға күрә яңы иҡтисади кимәлгә күтәрелеүгә нимә ҡамасаулауын аңлау тәүге бурыс, тип билдәләне.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Рәсәйҙең эре сәнәғәт төбәге булараҡ «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы»н ҡабул итергә әҙерлеген белдерҙе. «Беҙҙең сәнәғәт нефть табыу һәм эшкәртеү буйынса киң билдәле. Машиналар төҙөү тармағы эре авиация двигателдәр заводы менән дан тота. Төбәктә ауыл хужалығы тармағы ла ҡеүәтлеләрҙән һанала. Беҙ Рәсәйҙең иң эре 5 аграр төбәге исемлеген етәкләйбеҙ, һөт, ит, бойҙай етештереү буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ. Өфө 2015-се йылда уҙасаҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына әҙерләнә. Ихлас халыҡ булараҡ ҡунаҡтарҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡаршыларға әҙербеҙ», тиелә Рөстәм Хәмитовтың сығышында.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку